Татарстанға эш сәфәре барышында Владимир Путин С.П. Горбунов исемендәге Ҡазан авиация заводында булды.
Дәүләт етәксеһе заман авиатехникаһы өлгөләре менән танышты, предприятие хеҙмәткәрҙәрен күреп аралашты.
Атап әйткәндә, Владимир Путинға яңыртылған Ту-160, Ту-95МС, Ту-22 самолеттарын күрһәттеләр. Ил башлығы шулай уҡ Һауа-десант ғәскәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән Ми-38Т вертолеты бортына күтәрелде. Айырым ангарҙа етәксегә Ту-214 самолеты күрһәтелде.
Владимир Путин шулай уҡ предприятие хеҙмәткәре менән аралашты.
С.П. Горбунов исемендәге Ҡазан авиация заводы “Туполев” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы булып тора.