Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының матди-техник базаһын үҫтереү, быйыл яңы эш башлаған фермерға, ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән гранттарға дәғүәселәрҙе һайлай.
Ике кимәлдәге бюджеттан өс төрлө грант ярҙамына 406 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү күҙаллана. Шуның 56 миллион һумы – эш башлаған йүнселдәргә, 250,4 миллионы – ғаилә малсылыҡ фермаларына, 100 миллион һумы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына тәғәйенләнә.
Былтыр фермерҙарға һәм кооперацияға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән грант программаларын тормошҡа ашырыуға 750 миллион һум (федераль ҡаҙнанан – 400 миллион һум самаһы, республика бюджетынан – 350 миллион һум) бүленде. Фермерҙар эшкә үҙҙәре йүнәлткән аҡса күләме 260 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Гранттар 220 фермерҙың һәм кооперативтың техник базаһын яҡшыртыу мөмкинлеген бирҙе. Яңы 118 кооператив, 800-гә яҡын яңы эш урыны булдырылды.
Документтар 24-31 майҙа ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106, 415-се бүлмә, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, төшкө тәнәфес көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем. Ял көндәре – шәмбе, йәкшәмбе. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-64.