Нимә генә тип әйтмәһендәр, башҡорт балы үҙ баһаһын юғалтмай. Яңыраҡ Азербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла уҙған “Аҙыҡ-түлек сәнәғәте” халыҡ-ара күргәҙмәһендә башҡорт балы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Унда “Ныҡлы бал” йәмғиәте бал, бал кремы, хәләл ит аҙығы, ә “Аҡтирмән” компанияһы ҡаҡ, коктейль, талҡан кеүек тәбиғи ризыҡтар алып барған.
Республиканың Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, Азербайжандың ауыл хужалығы министры Инам Керимов һәм Рәсәйҙең был илдәге сауҙа вәкиле Эльдар Тлябичев беҙҙең етештереүселәрҙең тауарҙарын юғары баһалаған. Ә инде алдынғы компанияларҙың береһе – ”Азерсун холдинг” вәкилдәре сәскә балының һәм крем-балдың өлгөләрен алған.