Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Май 2019, 11:07

Өс йыл гарантия менән

Өфөлә подъездарҙы ремонтлау буйынса проект тормошҡа ашырыла. Сипайлово биҫтәһенә эш сәфәре сиктәрендә, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин бындағы Бикбай урамындағы 12/1 һәм 12/3-сө йорттарҙағы ремонт барышы менән танышты.

Өфөлә подъездарҙы ремонтлау буйынса проект тормошҡа ашырыла. Сипайлово биҫтәһенә эш сәфәре сиктәрендә, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин бындағы Бикбай урамындағы 12/1 һәм 12/3-сө йорттарҙағы ремонт барышы менән танышты.


Әлеге мәлдә бында стеналарҙы буяу эштәре тамамланыу өҫтөндә, пластик тәҙрәләр, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылған, беренсе ҡаттың иҙәндәренә плитка түшәгәндәр, инеү урындары төҙөклән­дерелә. Былтыр был йорттарҙың ихаталарын “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһына ярашлы ремонтлағай­нылар. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партия­һының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса балалар өсөн уйын майҙансығы, тренажерҙар һәм резина япмалы универсаль спорт майҙансығы ҡуйылғайны.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы миҙгелдә Өфөлә күп фатирлы 444 йортта 1288 подъезды комплекслы ремонтлау планлаштырылған. Апрелдә “Регоператор” фонды конкурс нигеҙендә дүрт подрядсы ойошма һайлап алғайны. Әле улар 76 күп фатирлы йорттоң 248 подъезында эштәр алып бара.


Контрактҡа ярашлы, подрядсы ойошмалар, вандализм осраҡтарынан тыш, бар эштәргә лә өс йыллыҡ гарантия бирә. Аҡсаны улар подъезд рәйесе, район хакимиәте вәкиле, идара итеүсе компания һәм “Регоператор”ҙар ҡабул итеү актына ҡул ҡуйғас ҡына ала ала.
Читайте нас: