Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды.
Ул урындағы етәкселек менән бергә яҙғы баҫыу эштәре барышын, малсылыҡ, йылҡысылыҡ тармаҡтары хеҙмәтен ҡараны.
Вице-премьер тәүҙә “Радик Ишмуллин” крәҫтиән (фермер) хужалығының йәйге лагерында булып, һөт етештереү, хужалыҡтың үҫеш мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Бөгөн унда 368 баш мал аҫрала, шуның 225-ен һауын һыйырҙары тәшкил итә.
Артабан эш сәфәре Зарифа Хәлимованың йылҡысылыҡ тармағы буйынса махсуслашҡан хужалығы йәйләүендә дауам итте. Унда 300 баш мал аҫрала, шуларҙың 125-е – һауын бейәләре. Хужалыҡта етештереү алымдарын заманлаштырыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла. Фермер башҡорт тоҡомло ат үрсетеү йүнәлешендә дәүләт ярҙамына өмөт итә. Илшат Илдус улы был ниәтте хуплап, һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. Уның билдәләүенсә, Баймаҡта асылған бейә һөтөн киптереү цехын сифатлы сеймал менән тәьмин итеү һәм шул нигеҙҙә уникаль продукт сығарыу мөһим.
Сираттағы туҡталыш – “Толпар” йәмғиәте баҫыуы. Илфат Сәлихов етәкселегендәге коллектив сәсеү эшен ойошҡанлы алып бара, кампания аҙағына яҡынлаша. Әле игенселәр йомшаҡ бойҙай сәсеү менән мәшғүл. Улар ауыл хужалығы культуралары сәсеүҙән йыл да мул уңыш йыйып ала, хужалыҡ тәжрибә үҙәге булып тора.
Илшат Фәзрахманов районға эш сәфәренән ҡәнәғәт ҡалды, Баймаҡ аграрийҙарының хеҙмәтен юғары баһаланы.