Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Май 2019, 14:09

"Ундай етәксе менән эшләргә теләмәйем"

Республика йортондағы кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Евгений Степановҡа уның менән башҡа эшләргә теләмәүен белдерҙе.

Фото: Олег Яровиков.
Республика йортондағы кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Евгений Степановҡа уның менән башҡа эшләргә теләмәүен белдерҙе.


Һәм был позицияһын күҙәтеү органының федераль етәкселегенә еткерәсәген әйтте. Радий Хәбиров республиканың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы секретарына санитар хеҙмәт үткәргән пландан тыш тикшереүҙәрҙең законлылығын ҡарау һәм һығымта биреү өсөн материалдарҙы төбәк прокуратураһына тапшырырға ҡушты.


Бындай ҡаты ҡарарҙың нигеҙе ниҙә?


“Инвестиция сәғәте” тәртибендә үткәрелгән сираттағы кәңәшмәлә агросәнәғәт өлкәһе комплекстары проекттары ҡаралды. Атап әйткәндә, “Зуев” йәмғиәте Ҡариҙел районы биләмәһендә герефорд тоҡомло һыйыр малы үрсетергә, көтөүҙе үҙ аҙығы менән туҡландырырға планлаштыра. Унда әле үк 1500 баш мал, алты кәртә, өс ҡатнаш аҙыҡ мини-заводы һәм һуйыу цехы бар.


Былтыр хужалыҡ Өфөлә республика етештереүселәре продукцияларын таратыу өсөн фирма магазин-кафеһы асҡан. Әлеге ултырыш ваҡытында “Зуев” йәмғиәте директоры Альберт Мөхәмәтйәров кафеға үткән аҙнала “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығынан тикшереү килгәне хаҡында әйтте.


“Ведомство миллион һум самаһына баҫҡан етешһеҙлектәр табып, кафены ябырға ҡушты. Ә беҙҙең эшкә бер ваҡытта ла ялыу булғаны юҡ. Етешһеҙлектәр асылда ул тиклем әһәмиәтле түгел, төҙәтерлек”, – тип белдерҙе предприятие хужаһы.


Радий Хәбировты санитар органдарҙың бындай көтөлмәгән пландан тыш тикшереүе һағайтты, һәм ул хужалыҡ вәкилдәре, профилле министрлыҡтар, хоҡуҡ һаҡлау, күҙәтеү органдары белгестәре ҡатнашлығында әлеге хәлде ныҡлы өйрәнеү, өлкәлә тәртип булдырыу йәһәтенән саралар ҡабул итеү маҡсатында кәңәшмә үткәрергә ҡушты.


“Әйҙәгеҙ, был мәсьәләне аныҡ тикшерәйек. Беҙ бизнестың намыҫлы, конкуренцияға һәләтле эше өсөн яҡшы шарттар булдырырға тейешбеҙ”, – тине республика етәксеһе.


Кәңәшмә ойошторолдо. Унда Евгений Степанов кафены пландан тыш тикшереүҙең һәм ябырға ҡушыуға бәйле ҡарарҙың нигеҙен аныҡ аңлата алманы.


Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың үҙ Мөрәжәғәтнамәләрендә бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларын контроль органдары тарафынан тикшереүҙең ҡыҫҡартылырға тейешлеге хаҡында әйткән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙө. Былтыр дәүләт етәксеһе был йәһәттән 2019-2020 йылдарға ҡаралған законға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, ошо арауыҡта бәләкәй бизнес субъекттарын, шәхси эшҡыуарҙарҙы тикшереү алып барылмаҫҡа тейеш.


Радий Хәбиров кәңәшмә барышында белдереүенсә, әлеге осраҡ беҙҙең эшҡыуарҙарҙың яҡланмағанлығын күрһәтә, уларға теләһә ҡайһы ваҡытта контролерҙар килеүе ихтимал. Етәксе һүҙҙәренсә, күҙәтеү органдарының бурысы яза биреү генә түгел, ә бәләкәй бизнесҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ярҙам итеү ҙә.


“Мине һеҙҙең позицияғыҙ һәм һүҙҙәрегеҙ бик аптыратты, – тине Радий Хәбиров Евгений Степановҡа. – Мин был хәл тураһында етәкселегегеҙгә еткерәсәкмен һәм һеҙҙең менән эшләргә теләмәйем. Әлеге тикшереү барышына бәйле материалдарҙы төрлө яҡлап ҡарау, баһалау өсөн прокуратураға тапшырыуҙы һорайым”.