Район һәм ҡала хакимиәттәрендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"н ойоштороу дауам итә. Ошондай сираттағы сара Архангел районында уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Александр Комзалов һәм бүлексә белгестәре туғыҙ кешене ҡабул итте.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Оҙондарҙа – малсылыҡты һәм һөтсөлөктө, Яңы Ҡыҙылъярҙа, Орловкала, Мағашта, Тирәклелә малсылыҡты үҫтереү, Архангелдә – ит эшкәртеү, "Икмәк ихатаһы" предприятиеһының ризыҡтарын һатыу, Ҡыҙыл Еҙем ауылында һарыҡ йөнөн йыйыу, эшкәртеү буйынса тәҡдимдәр ҡаралды.
Сара барышында "Экокорм" йәмғиәте вәкилдәре "Прогресс" етештереү майҙансығына барып, ағас эшкәртеү мәсьәләһен өйрәнде. Орловка ауылында "Эш башлаған фермерҙарға ярҙам" милли проектында, конкурстарҙа ҡатнашҡандарҙың бизнес планы ҡаралды, тәҡдимдәр индерелде.
Фото: Архангел районы сайтынан.