Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2019, 11:32

Тәбиғәттең насар миҙгеле юҡ

Республика баҫыуҙарында бөгөн – ҡыҙыу осор, ауыл эшсәндәре ҙур ихласлыҡ менән киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һала. Әлбиттә, күп кенә район хужалыҡтары яҙғы сәсеүҙе теүәлләне лә инде, әммә ҡайһы бер урындарҙа эш дауам итә әле.

Республика баҫыуҙарында бөгөн – ҡыҙыу осор, ауыл эшсәндәре ҙур ихласлыҡ менән киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һала. Әлбиттә, күп кенә район хужалыҡтары яҙғы сәсеүҙе теүәлләне лә инде, әммә ҡайһы бер урындарҙа эш дауам итә әле.


Ҡыйғы районының “Ыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтсәндәре лә, тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә ҡарамай, иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыуҙан ҡайтып инмәй. Уларға 600 гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәре алып барыу бурысы ҡуйылған. Ауыл халҡы әле 300 гектарҙа һоло, 100 гектарҙа ҡарабойҙай, 100 гектарҙа вика үләнен сәскән дә инде. Бөгөн ялан батырҙары иген культуралары сәсеү менән мәшғүл, уны 100 гектарҙа үҫтерәсәктәр.
— Тәбиғәттең насар миҙгеле юҡ инде, бер ҡояшлы көндәре менән ҡыуандырһа, әле ҡойма ямғырҙар яуып үтеп, һыуытып та ебәрҙе, — ти йәмғиәт етәксеһе Барый Таһиров. — Әммә беҙ аяҙ көндәрҙе файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ, баҫыу эштәрен тиҙ арала тамамларға өмөт итәбеҙ. Ә тырыш һәм уңған хеҙмәткәрҙәр булғанда эште сифатлы башҡарып сығасаҡбыҙ.
Бөгөн йәмғиәттә 10 кеше эш урыны тапҡан. Улар, хеҙмәт хаҡының ваҡытында түләнеүен, төрлө социаль яҡлауҙарҙың булыуын билдәләп, “етәксенән уңдыҡ, бер генә үтенесебеҙ ҙә яуапһыҙ ҡалмай”, тип маҡтап та ҡуйҙы. Әйткәндәй, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға бушлай бесән-һаламы, ашлығы бирелә. Силос, сенаж менән дә тәьмин ителәләр икән.
Яҙғы баҫыу эштәре тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн етәкселек яғыулыҡты, минераль ашламаларҙы, сифатлы орлоҡто алдан хәстәрләп ҡуйған, техниканың төҙөк һәм яңы булыуы ла эште сифатлы башҡарырға мөмкинлек бирә икән. “Техника һатып алыуға аҡса йәлләгән юҡ, сөнки ҡыҙыу осорҙа ул боҙолоп, сафтан сыҡһа, бына ошо ҙур бәлә буласаҡ. Шуға ла паркты йыл һайын яңыртып торорға тырышабыҙ”, — ти Барый Ҡәүи улы.
Хужалыҡ үҫемлекселек менән бер рәттән ит өсөн мал да аҫрай. Әле ҡурала 400 баш һыйыр, 150 баш йылҡы тотола. Ишле малға етерлек мал аҙығы ла әҙерләйҙәр бында. Шуға ла 300 гектарҙа кәзә үләне, люцерна үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы өҫтәлен тулыландыралар. Сифатлы иткә ихтыяж ҙур, оҙаҡ йылдар йәмғиәт “Янғантау” шифаханаһы менән хеҙмәттәшлек итә. Һатыуҙан килгән табыш хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә, техника һатып алыуға тотонола.
Барый Таһиров 1988 йылда, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Балаҡатай районына эшкә ҡайта. Ошо төбәктең “Алағуз” совхозында тәүҙә баш ветеринар табибы була, бынан тыш төрлө вазифалы урындарҙа эшләй.
Әммә 90-сы йылдар башында илдә эшҡыуарлыҡҡа юлдар асылғас, ул яратҡан эшен ҡалдырып, сауҙагәрлеккә тотона. Балаҡатайҙа “Йүрүҙән” исемле бәләкәй предприятие ойоштора, райондың биш ауылында магазиндар асып, халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Бынан тыш туңдырма етештереү буйынса бәләкәй цехты ла сафҡа индерә.
2006 йылдан алып яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләй, бына 13 йыл инде “Ыҡ” йәмғиәте рәйесе йөгөн тарта.

— Сауҙагәрлекте ташлап, ауыл хужалығы тармағына тотоноуыма бөгөн һис кенә лә үкенмәйем, яратҡан эшем, эшһөйәр хеҙмәткәрҙәрем, һәр яҡлап терәк булған ғаиләм — ҡәлғәм бар, — ти Барый Ҡәүи улы. — Ә хәҙер ауылда ла бына тигән итеп йәшәргә, эшләргә бөтә мөмкинлектәр асылған.


Ҡыйғы районы
Читайте нас: