“Рощинский” совхозы 200-ҙән ашыу төр аҙыҡ-түлек етештерә.
Был коллектив эшләп сығарған тултырма – республика өсөн башҡорт балы кеүек үк ҡәҙерле ризыҡ. Тирә-яҡта бөтә нәмә үҙгәрә, ә ул элеккесә ҡала – һаман да тәмле, тәбиғи һәм барыһы ла уны ярата. Өфөлә үткән “Агрокомплекс-2019” күргәҙмәһе лә шуны раҫланы: “Рощинский” совхозының продукцияһы беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
– Беҙ хужалыҡты ҡабул иткәндә, уның финанс хәле үтә ауыр ине: бурысы миллиард һумдан ашҡан, хатта ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул 600 миллион һумға үҫкән, – ти коммерция буйынса директор урынбаҫары Илшат Дәминев. – Сусҡалар һаны 50 меңдән 42 мең башҡа ҡалған, һуғым ауырлығы 70 килограмға саҡлы төшкән. Өс ай эсендә беҙ ошо күрһәткесте 103 килограмға еткерҙек, сусҡа көтөүе дүрт мең башҡа артты, ит эшкәртеү цехын сеймал менән етерлек дәрәжәлә тәьмин итә алдыҡ. Бөгөнгә ул тейешле режимда эшләй, әммә финанс мәсьәләләрен үҙаллы ғына хәл итә алмаясаҡбыҙ, өҫтәмә инвестициялар кәрәк.
Яңы етәксе республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән дә инде, ә Башҡортостан етәксеһе ризалыҡ биргән – Хөкүмәткә ошо хужалыҡты бөлгөнлөктән сығарыу һәм уның етештереү ҡеүәттәрен аяҡҡа баҫтырыу буйынса тәҡдимдәр эшләргә ҡушҡан.
Тәбиғи, предприятие үҙе лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Фирма кибеттәрен ҡайтанан асалар, хатта уларҙың һанын элеккенән күберәк итергә лә уйҙары бар, сауҙа селтәрҙәре менән һөйләшеүҙәр алып барыла, “Роспатент”та үҙ сауҙа маркаһын теркәгәндәр (ә быныһына күп йылдар дауамында өлгәшә алмағандар икән).
Декабрҙән алып “Рощинский”ҙа эш хаҡы ваҡытында бирелә башлаған. Әйткәндәй, совхозда бер кешене лә ҡыҫҡартмағандар. Предприятиеның юғары һөнәри коллективы һаҡланған һәм эшләргә теләге лә ҙур.
Күп предприятиеларҙан айырмалы, бында үҙҙәренең һыуытылған сеймалы менән генә эш итәләр. Ситтән бер нәмә лә һатып алынмай: үҙҙәре иген сәсә, унан мал өсөн ҡатнаш аҙыҡ әҙерләй, мал үрсетәләр, итте һуйып эшкәртәләр, һәм ул фирма кибеттәрендә һатыла. “Шуға күрә нимәләлер һаҡсыллыҡ күрһәтеүҙең, арзан өҫтәмәләр ҡулланыуҙың мәғәнәһе юҡ, беҙгә үҙ һимертеү комплексы биргән яңы һуйылған итте файҙаланыу отошлораҡ”, – ти етәкселек. Белгестәр аңлатыуынса, “баҫыуҙан кибет кәштәһенә саҡлы” моделе етештереүсенең дә, ҡулланыусының да мәнфәғәтенә берҙәй яуап бирә.
– Эш беҙҙең тултырманың һәйбәт йәки насар булыуында түгел, – ти директорҙың коммерция мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Дәминев. – Фәҡәт беҙ баҙарҙағы урынды кәметтек, был иһә ит эшкәртеүҙең сеймал базаһын тарайтыуға, тимәк, етештереү күләмен дә аҙайтыуға бәйле. Сифатҡа килгәндә инде, ул элеккесә ҡалды. Беҙҙең маҡсат – үҙебеҙҙең игенде, итте, һөттө мөмкин тиклем тулыраҡ эшкәртеү һәм тәүге сиратта үҙ кибеттәребеҙ аша һатыу. Әлеге мәлдә беҙҙең 50 кибет эшләй, яңылары ла асыла.
Предприятиеның продукцияһы “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында даими рәүештә еңеүселәр исемлегенә инә. Былтырғы “Алтын көҙ-2018” күргәҙмәһендә коллектив алты төр ризығын ҡуйҙы, һәм улар бөтәһе лә алтын миҙал яуланы.
Быйылғы йыл “Рощинский” совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы өсөн юбилей осоро – декабрҙә сусҡасылыҡ комплексының эшләй башлауына 40 йыл тула.