Йүнселдәргә һәм тырыштарға республика һәм Рәсәй кимәлендә төрлө программалар, милли проекттар, конкурстар, гранттар ярҙамға килә.
Яңыраҡ "Бәләкәй һәм урта бизнес, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектын бойомға ашырыу маҡсатында Рәсәй Хөкүмәте "Фермерҙарға ярҙам күрһәтеү системаһын ойоштороуға һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә Федераль ҡаҙнанан РФ субьекттары бюджеттарына башҡа бюджет-ара трансфеттар биреү һәм бүлеү ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында" ҡарар ҡабул итте.
Ҡарар нигеҙендә быйыл республикаға проектты бойомға ашырыуға 318,2 миллион һум аҡса бүленә, федераль бюджеттан - 311,8, республика бюджетынан - 6,4 миллион һум.
Аҡса түбәндәге йүнәлештәрҙә билдәләнәсәк:
- "Агростартап" гранты рәүешендә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына;
- ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына ағымдағы йылда күрелгән зыянды ҡаплауға;
- ауыл хужалығы кооперацияһы өлкәһендәге компетенция үҙәгенә һәм ағымдағы йылдағы эшмәкәрлектәренә бәйле зыян күргән фермерҙарға.