Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Май 2019, 16:33

Өфөләр иң алда

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 21 майға республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 1120 гектар майҙанда бәрәңге сәскән. Был барлыҡ картуф сәсеүлектәренең 45 процентын тәшкил итә. Культураны Өфө районы быйыл 571 гектарҙа ултыртасаҡ. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Миәкә, Мәләүез райондарының хужалыҡтары 160 – 265 гектар тирәһе бәрәңге сәсәсәк.

Әйткәндәй, былтыр республикала 2356 гектар майҙандан 49,9 мең тонна уңыш алынған.
Читайте нас: