Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Май 2019, 19:44

Транспортты метанға күсерәбеҙ

Өфөлә газ менән эшләгән транспорт өсөн инфраструктураны киңәйтеү мәсьәләһе тикшерелде.

Өфөлә газ менән эшләгән транспорт өсөн инфраструктураны киңәйтеү мәсьәләһе тикшерелде.


XXVII “Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙмәһе нигеҙендә ошо темаға арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар газ яғыулығы баҙарын үҫтереү, инфраструктура объекттары төҙөү, газ тултырған компрессор станциялары селтәрен киңәйтеү транспорт сараларын метанға күсереүҙе популярлаштырыу алымдары буйынса фекер алышты. Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин әйтеүенсә, быйыл ил бюджетынан транспорт сараларын ҡайтанан йыһазландырыуға һәм газ-мотор яғыулығы инфраструктураһы обекттарын төҙөүгә 2,5 миллиард һумлыҡ субсидия бүлеү ҡарала.


Фото: “Газпром трансгаз Өфө”.
Читайте нас: