Игенселәр төбәге булараҡ дан алған Илеш эшсәндәре яҙғы сәсеүҙе республикала иң беренсе булып тамамланы.
Райондың баш агрономы Сергей Пескарев әйтеүенсә, төбәктә 67 мең гектар майҙанда ашлыҡ сәселгән. Иген культуралары 57 мең гектарҙы тәшкил итә. Шуның 25 мең гектарын – бойҙай, 21 мең гектарын –арпа, ҡарабойҙай – 1900, һоло 1800 гектарҙы биләй.
Быйыл ҡуҙаҡлылар майҙанын ике тапҡырға арттырып, бөтәһе 6 100 гектарҙа борсаҡ, вика люпин культуралары сәселгән. Техник культураларҙан рапс, аҡ гәрсис 7500 гектарҙы биләй.