Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май 2019, 23:05

Инвестиция һабантуйы. Кемдәрҙе көтәбеҙ?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 21-22 июндә илдең төп иҡтисади форумдарының береһенә әйләнәсәк “Урал аръяғы инвестиция һабантуйы-2019” үтә.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 21-22 июндә илдең төп иҡтисади форумдарының береһенә әйләнәсәк “Урал аръяғы инвестиция һабантуйы-2019” үтә.


Бөгөнгө мәғлүмәт буйынса, унда Европаның алты иленән ҡатнашырға теләк белдергәндәр. Әле Сибай ҡалаһында мөһим сараға әҙерлек эштәре бара, төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән һөйләшеүҙәр үткәрелә.


Форумды ойоштороусылар уның юғары кимәлдә үтергә тейешлеген билдәләй. Төп маҡсат – Урал аръяғында уңайлы йәшәү шарттары, эш урындары булдырыу, инвесторҙарҙы ылыҡтырыу.


Форумдың тәүге өлөшө Сибай ҡалаһында була, артабан ҡунаҡтар Әбйәлил районында үтәсәк һабантуйында ҡатнаша.

Читайте нас: