Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2019, 15:30

Сәсеүҙе теүәлләйбеҙ

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, яҙғы культураларҙы сәсеү тамамланыуға табан бара: майҙандарҙың һигеҙ проценты ғына ҡалған.

Фото: vosaduly.ru.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, яҙғы культураларҙы сәсеү тамамланыуға табан бара: майҙандарҙың һигеҙ проценты ғына ҡалған.


Һуңғы көндәрҙәге ямғырҙар төбәктә баҫыу эштәрен бер аҙ тотҡарлаһа ла, аграр тармаҡ эшсәндәре бураҙналарға орлоҡ һалыуҙың күпселек өлөшөн атҡарып өлгөрҙө.
Әле республикала яҙғы культуралар бер миллион 835 мең гектар майҙанда сәселгән.