Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Май 2019, 17:55

Буш ятҡан ерҙәр күпме?

Гринпис экология ойошмаһы үҙенең тикшереүҙәренән һуң "Рәсәйҙә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 80 миллион гектар ер буш ята. Бындай ерҙәрҙең иң күбе – Башҡортостанда – 4,2 миллион гектар (30 проценты). Артабан Новосибирск, Тверь, Смоленск, Киров, Нижегородск өлкәләре, Татарстан, Алтай һәм Пермь крайҙары килә. Уларҙан һуң – Ҡурған", – тип белдергән.

Гринпис аңлатыуынса, ташландыҡ баҫыуҙарҙа урман үҫтергәндә, ағас әҙерләүҙе даими 35 процентҡа арттырып, йылына 288 миллион куб. ағас материалдары етештерергә һәм 97 440 өҫтәмә эш урыны булдырырға мөмкин.

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса бүлеге начальнигы Азат Мөхәмәтшин 4,2 миллион гектар ер буш тигән мәғлүмәт дөрөҫ түгел тип билдәләй. Белгес әйтеүенсә, республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә 7,3 миллион гектар ер бар. Уның 3,6 миллион гектары – һөрөнтө ере, 3,3 миллион гектары – мал аҙығы әҙерләү биләмәләре.

"Республикала файҙаланылмаған баҫыуҙар барлығын кире ҡаҡмайбыҙ, – ти Азат Мөхәмәтшин. – Ул 190 мең гектарҙан күп түгел. Барлыҡ мәғлүмәттәр Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында дәлилләнгән”.

Фото: crimearazum.ru