Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге филиалы белгестәре май башынан ҡышлаған ҡара сиңерткә кеүек ҡоротҡостар тупламын асыҡлау өсөн тупраҡты тикшерә. Әле ошондай эш башҡарылған 18,8 мең гектар ерҙең 2,5 мең гектарында ҡара сиңерткәнең йомортҡа өйөмдәре табылған.
Уртаса алғанда бер квадрат метрға 2,1 өйөм тура килә. Бындай майҙандар Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Учалы, Әбйәлил, Федоровка, Стәрлебаш, Мәләүез һәм Дүртөйлө райондарында йыш осрай.
Һауа шарттары бөжәк йомортҡаларына әллә ни йоғонто яһамаған, шуға күрә был ҡоротҡостоң быйыл ярайһы уҡ ҙур зыян килтереүе ихтимал.
– Май башында көндәр йылы булды. Һөҙөмтәлә Хәйбулла, Көйөргәҙе, Учалы райондарында 7 майға ҡара сиңерткә ҡарышлауыҡтары сыға башлағайны инде. Шул уҡ ваҡытта итальян саранчаһы ҡарышлауыҡтары күренмәне. Ауыл етештереүселәренә бөтә биләмәләрҙе ентекле тикшерергә кәңәш ителә. Айырыуса ҡалдау һәм файҙаланыуға яраҡһыҙ ерҙәргә, күп йыллыҡ үләндәргә һәм көтөүлектәргә иғтибар итеү фарыз, – тине үҙәк филиалының үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге начальнигы Эльма Садиҡова.
Әйткәндәй, итальян саранчаһы ҡарышлауыҡтары бер квадрат метрҙа 2-5 дананан, ябай ҡара сиңерткәнеке 10-15 дананан артҡан осраҡта, участкаларҙы кисекмәҫтән Рәсәйҙә ҡулланыуға рөхсәт ителгән пестицидтар исемлегенә ярашлы инсектицидтар менән эшкәртергә кәрәк. Ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәшеү өсөн 50-нән ашыу инсектицид теркәлгән: “Адонис”, “Альфа-Ципи”, “Атом”, “Аккорд”, “Децис Профи”, “Имидор”, “Кинфос”, “Каратэ Зеон”, “Кунгфу”, “Тарзан”, “Цунами”, “Фагот”, “Фаскорд”, “Фатрин”, “Шарпей” һәм башҡалар. Иген культураларын “Парашют” препараты менән эшкәртәләр. Был ҡоротҡосҡа ҡаршы химик көрәште ҡарышлауыҡтары бәләкәй саҡта уҡ башлау һөҙөмтәлерәк, шуға күрә бындай сараны алдан планлаштырыу шарт.