Республикала гәрсис сәсеүлектәре өс тапҡырға артҡан. 30 майға төбәктә 363 мең гектар майҙанда май культуралары сәселгән.
Был планда ҡаралғандың 99 проценты. Шуның 225 гектарын – көнбағыш, 47 меңен – рапс, 45 меңен – етен, 42 мең гектарын гәрсис тәшкил итә. Быйыл етен баҫыуы ла сирек өлөшкә артҡан.
Юғары табыш бирә торған культураларҙың иң күп өлөшө Баҡалы районына тура килә.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.