Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2019, 18:53

Милли проект һөт етештереү тармағына ла ярҙам итәсәк

22-30 майҙа Санкт-Петербургта Һөт олимпиадаһы уҙҙы. Сара сиктәрендә Йәйге һөт саммиты ойошторолдо.

22-30 майҙа Санкт-Петербургта Һөт олимпиадаһы уҙҙы. Сара сиктәрендә Йәйге һөт саммиты ойошторолдо.


Бөгөн һөт бизнесы Рәсәй иҡтисадының башҡа тармаҡтары кеүек тиҙләтелгән үҫеш талап ителә. Был хаҡта Владимир Путин да йыш телгә ала.


Иҡтисадта үҫеш булһын өсөн бизнес һәм дәүләттең бергә эшләүе мөһим. Дәүләт бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн алдына юғары маҡсаттар ҡуя – был экспортты үҫтереүҙән алып ауыл биләмәләрендә тормош өсөн ҡулайлы шарттар тыуҙырыуҙы үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарҙар менән чиновниктар араһында үҙ-ара ҡаршылыҡтар булыуын да инҡар итеп булмай. Мәҫәлән, бизнес өлкәһендә эшләгәндәр көслө административ баҫымға, тикшереүсе органдарҙың һаны артыуына зарланып, норматив-хоҡуҡи базаны ҡайтанан ҡарауҙы һорай.


Ысынлап та шулаймы? Административ кәртәләр һөт тармағын үҫтереүгә ҡамасаулаймы? Ниндәй саралар эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә аяҡ сала? Конференция барышында ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.


Республиканың эшҡыуарҙары иһә ҡаршылыҡтарға бирешмәйенсә, яңы эш урындары булдыра. Ошоно дәлилләп, Хәйбулла районында Тимерхан Хәкимов крәҫтиән (фермер) хужалығы базаһында сыр етештереү цехы асылды. Унда ҡаты һәм ярым ҡаты сыр төрҙәре әҙерләнәсәк. Әле хужалыҡта был ризыҡтың дүрт төрөн сығаралар, һөттө башҡа фермер хужалыҡтарынан ҡабул итәләр. Цех тәүлегенә 500 килограмм сеймалды эшкәртеү мөмкинлегенә эйә. Киләсәктә иһә ҡатыҡ, кефир кеүек башҡа төр һөт ризыҡтарын да етештерергә ниәтләйҙәр.


Фото: msx.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: