Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2019, 14:05

Талапты үтәү мөһим

Саҡмағош районында мал аҙығы әҙерләү, унда ҡатнашасаҡ ауыл хужалығы техникаларын техник тикшереүгә арналған семинар-кәңәшмә үтте.

Саҡмағош районында мал аҙығы әҙерләү, унда ҡатнашасаҡ ауыл хужалығы техникаларын техник тикшереүгә арналған семинар-кәңәшмә үтте.


– Беҙ бөгөн район буйынса көнөнә 150 тонна һөт һауабыҙ, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Хәсәнов. – Киләсәктә был күрһәткесте 200 тоннаға еткерергә уйлайбыҙ. Бының өсөн аҙыҡ-түлек базаһын арттырыу һәм тейшле талаптарҙы үтәү мөһим.


Һуңынан семинарҙа ҡатнашыусылар "Үҙәк" МТС-ының филиалы баҫыуында мал аҙығы әҙерләү техникаһының техник әҙерлеген тикшерҙеләр.


Фото: “Игенсе” районы гәзите сайтынан.
Читайте нас: