Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Май 2019, 14:08

Беҙҙең автобустар Молдовала йөрөрмө?

Башҡортостан Молдова Республикаһына автобустар, троллейбустар һәм ауыл хужалығы техникаһын һатырға әҙер. Был турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.

Башҡортостан Молдова Республикаһына автобустар, троллейбустар һәм ауыл хужалығы техникаһын һатырға әҙер. Был турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.


– Башҡортостан менән Молдова араһында сауҙа әйләнеше әле ҙур түгел, тик уны үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп. Беҙгә Молдова шараптары ҡыҙыҡ. Дөйөм алғанда, был йүнәлештә әүҙем эшләһәк, киләһе йылда икенсе һандар тураһында һөйләрбеҙ тип ышанам, – тине ул.


Молдова Президенты Игорь Додон фекеренсә, уның Башҡортостанға килеүе һәм килешеүҙәр төҙөүе оҙайлы дуҫлыҡҡа һәм иҡтисади хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һаласаҡ.


– Рәсәй – Молдованың стратегик партнеры, унһыҙ беҙҙең ил йәшәй алмаясаҡ. Шуға күрә уның төбәктәре менән дә хеҙмәттәшлекте арттырырға теләйбеҙ, – тине Игорь Додон.


Ҡунаҡтар Башҡортостан эшҡыуарҙарын үҙҙәренә саҡырҙы. Хеҙмәттәшлек иҡтисади ғына түгел, ә гуманитар, туризм йүнәлештәре буйынса ла үҫергә тейеш, тигән фекерҙә яҡтар.


Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: