Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Май 2019, 13:46

Милли проект: “Юл эксперты” үҙ эшен башланы

Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы юлдарҙы ремонтлау башланды.

Фото: pravitelstvorb.ru
Фото: pravitelstvorb.ru
Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы юлдарҙы ремонтлау башланды.


Эштәр Ленин урамында Ибраһимов бульварынан Вокзал урамына тиклемге һәм Баҡалы урамында Степан Кувыкин урамынан Менделеев урамына тиклемге киҫелештә барасаҡ.


“Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһына килгән заявкалар нигеҙендә соҡорҙар ҙа бөтөрөләсәк. Бының өсөн халыҡ айырыуса һөйөнә.


Эштәрҙе “Рөстәм” һәм “БашАльянсСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре башҡарасаҡ.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалала әлеге милли проектына ярашлы Владивосток, Комаров урамдары һәм Октябрь проспектын ремонтлай башланылар ҙа инде.

Ремонт эштәре сәбәпле, әле әйтелгән урамдарҙа хәрәкәттең бер аҙ ҡатмарлашыуы ихтимал. Шуға күрә юлығыҙҙы алдан уйлап сығырға саҡырабыҙ.

Читайте нас: