Төп бурыс – йөктәрҙең хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итеү.
Үткән аҙнала химия тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын үткәрһә, стәрлетамаҡтар иһә Ҡала көнөн билдәләне.
Был ике сара ла “Стәрлетамаҡ тимер юлы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн юғары әһәмиәткә эйә, сөнки бынан 55 йыл элек – 1964 йылдың 20 ғинуарында – Урта Волга иҡтисад районының халыҡ хужалығы советы ҡарары нигеҙендә “Стәрлетамаҡ берләштерелгән тимер юлы транспорты хужалығы” предприятиеһы барлыҡҡа килә. 1967 йылда ул СССР Нефть эшкәртеү һәм нефть-химия сәнәғәте, СССР-ҙың химия сәнәғәте министрлыҡтарының берлектәге бойороғо нигеҙендә Бөтә Союз сода сәнәғәте берекмәһе ҡарамағына тапшырыла. Шулай итеп, ошо ваҡыттан алып бөгөнгәсә “Стәрлетамаҡ тимер юлы” йәмғиәте ҡаланың химия һәм нефть-химия, яғыулыҡ-энергетика, төҙөлөш комплексы предприятиеларының йөгөн тимер юл транспортында ташып, ҡаланың иҡтисади тормошона тос өлөш индерә.
Әлбиттә, илдәге сәйәси-иҡтисади үҙгәрештәр предприятиены урап үтмәй, уның хужалары ла, юридик исеме лә үҙгәрә, әммә ул, төп тәғәйенләнешенән тайпылмайынса, бөгөнгәсә ҡалала йөк ташыусы төп хужалыҡ булып ҡала.
Бөгөн “Стәрлетамаҡ тимер юлы” ҡалалағы 50-нән ашыу предприятиены хеҙмәтләндерә. Улар араһында “Башҡортостан сода компанияһы”, “Синтез-Каучук”, “Стәрлетамаҡ нефть-химия заводы”, “1-се Тимер-бетон заводы”, “Транснефтехим”, “Башҡортостан генерация компанияһы” кеүек эре сәнәғәт предприятиелары бар. Уларҙы хеҙмәтләндереү ҡаланың тимер юлсылары иңенә етди һәм оло яуаплылыҡ һала, сөнки улар ике-туғыҙ класлы хәүефле йөктәрҙе ташый. Йәғни терегөмөшлө каустик, диафрагментлы каустик, тоҙло кислота, дихлорэтан, перхлорэтилен, хлорлы алюминий, көкөрт кислотаһы кеүек хәүефле йөк классификацияһына һәм маркировкаһына ҡараған тауарҙы заказсыға имен еткереү бурысы ҡуйыла улар алдына.
Былтыр предприятиеның йөк әйләнеше 37,2 миллион тонна-километрына тәшкил иткән. Йылды килем алып, уңышлы тамамлағандар. Быйыл иһә улар 226 миллион һумға торошло хеҙмәт күрһәтергә йыйына. Әле предприятие вагондарҙы йыйыштырыу, үҙенә ҡараған тимер юлында вагондарҙы ҡуйыу урыны менән тәьмин итеү, тепловоздарҙы эксплуатациялау һәм башҡа технологик процестарға бәйле хеҙмәттәр тәҡдим итә. Хәрәкәттәге составты, бинаны, ҡорамалдар һәм башҡа объекттарҙы ҡуртымға бирә, шулай уҡ тимер юлына бәйле башҡа бихисап эш менән мәшғүл.
Предприятие өҫтәмә килем алыу маҡсатында сертификация һәм йөк вагондарын ремонтлау күләмендә етештереү эштәренә келәймә һалыуҙың шартлы һаны алыу буйынса эш башлаған. Сығымдарҙы кәметеү өсөн быйыл йәмғиәт бүлексәләрен үҙәкләштерелгән йылы һыуҙан газға күсереү проектын бойомға ашырыу планлаштырыла.
“Стәрлетамаҡ тимер юлы” предприятиеһының да, “Рәсәй тимер юлы” йәмғиәтенеке кеүек үк, үҙенең бүлексәләре бар. Шул иҫәптән ике үҙаллы околотокта 33 юл монтеры эшләй, мастерҙары бар. Околотоктар тимер юлы техникаһы менән тулыһынса тәьмин ителгән. Етмәһә, барлыҡ юл ремонтлау, йөк күтәреү һәм төҙөлөш техникаһы йылытылған производство биналарында ҡуйыла. Был иһә уларҙы һаҡлауҙы, хеҙмәтләндереүҙе юғары кимәлдә ойоштороуҙы тәьмин итә. Юл техникаһын ремонтлау механик оҫтаханаларҙа уҙғарыла. Ун биш кешенән торған махсус бригада барлыҡ ҡатмарлыҡтағы эштәрҙе атҡарып сыға, сөнки оҫтаханала бының өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.
Предприятиеның балансында 80,9 километр оҙонлоғонда тимер юл иҫәпләнә. Улар күп төрҙәге рельстарҙан тора. Шулай уҡ тимер юл аша сыға торған 159 урын өсөн дә предприятие яуаплы. Был урындарҙың икәүһе – һаҡланған объект. 226 стрелка күсереү ҡулайламаһының 38-е электр үҙәкләштереү системаһы менән йыһазландырылған. Тимер юлын яҡшы хәлдә тотоу өсөн предприятие йыл һайын яҡынса алты меңдән ашыу шпалды, рельс һәм стрелка күсереү ҡулайламаһын алыштыра. Эш ҙур сығым талап итһә лә, хәүефле йөктәрҙе аварияһыҙ ташыуҙы тәьмин итеүе менән үҙен аҡлай – был предприятие өсөн мөһим фактор булып тора.
Локомотив-вагон депоһы ТЭМ-2, ТЭМ-8 сериялы локомотивтарҙы техник яҡтан тулыһынса хеҙмәтләндерә һәм ремонтлай. Унда 46 кеше эшләй, шул иҫәптән өс инженер-техник йәлеп ителгән. Депоның тепловоздарҙы, вагондарҙы ремонтлау өсөн ярҙамсыл цехтары бар.
Әле “Стәрлетамаҡ тимер юлы”нда бөтәһе 231 кеше хеҙмәт итә. Профсоюз ойошмаһы ла әүҙем эшләй. Предприятие хакимиәте һәм профсоюз комитеты араһында коллектив килешеү төҙөлгән, ул уңышлы бойомға ашырыла. Йөк ташыу процесына идара иткән эшселәрҙең хеҙмәт урындары тулыһынса компьютерлаштырылған һәм автоматлаштырылған.
Шулай итеп, генераль директор Сергей Петрович Карякин етәкселегендәге “Стәрлетамаҡ тимер юлы” йәмғиәте йылдар дауамында үҙенең ҡала предприятиелары алдындағы йөк ташыу буйынса килешеү бурыстарын сифатлы һәм ваҡытында үтәүгә өлгәшә. Эшселәре хеҙмәт хаҡын мәлендә ала, предприятие намыҫлы һалым түләүсе булараҡ та абруй ҡаҙанған.