Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2019, 11:23

Хеҙмәт хөрмәткә, ҡеүәткә килтерә

Ишембай вездеходтарын бар донъяла танып беләләр.

Ишембай вездеходтарын бар донъяла танып беләләр.


“Витязь” машиналар эшләү компанияһы – республикала ғына түгел, бөтә донъяға билдәле булған предприятие, ул үтә ҡатмарлы юл һәм климат шарттарында юғары үтә алыу мөмкинлегенә эйә булған транспорт саралары етештерә. Ябай тел менән әйткәндә, бында ҡеүәтле һәм ышаныслы “вездеход”тар, йәки “болотоход”тар яһайҙар.



Ишембай “вездеход”тары донъя иңләй


Ике звенолы сылбырлы вездеход тәү ҡарамаҡҡа ҙур, ауыр тойолһа ла, ғәмәлдә, транспорт сараһы менән ида­ра итеү еңел, сөнки гидромеханикалы тапшырғыс коробкаһы ҡуйыл­ған, кабинаһы йылы, вентиляторҙар эшләй. Тиҙлеге – километрына 40 саҡрым тирәһе, һыуҙа ла йөҙә.
Башҡортостанда етештерелгән сылбырлы тәгәрмәсле транспор­тер­ҙар Рәсәйҙең Себер киңлектәрен, Алыҫ Көнсығышты иңләү менән бер рәттән, Арктика, Антарктида кеүек үтә ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡулла­ныла. Унан тыш, илдең Оборона ми­нистрлығы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, быйыл вездеходтарҙың тәүге партияһы Рәсәйҙең Ҡораллы Көстә­ренә оҙатылған. Яңылары предприятиела әлегә һынау үтә, сөнки хәрби транспорт сараларына ҡуйылған талаптар юғары, барыһы ла шартына килергә тейеш. Ҡеүәтле машина­лар­ҙың двигателе танктыҡы кеүек, шулай ҙа, ҙур габаритлы булыуға ҡарамаҫ­тан, техника менән идара итеү авто­мобилдәге һымаҡ еңел тип әйткәйнек инде. Вездеходтың ауырлығы егерме тонна самаһы тәшкил итә, бынан тыш, ул ун тонна йөк ташый ала. Сыл­бырлы тәгәрмәстәр ҡуйылғас, ергә яһаған баҫым кимәле түбәнәйә, һығылмалы булыуы иһә соҡор-уба­ларҙы еңел генә үтеүгә булышлыҡ итә. Һауа температураһы 50 градус һал­ҡын йәки эҫе булғанда ла, маши­наның двигателе һүнмәй, ғөмүмән, ҡатмарлы климат шарттарында эшләүе – төп өҫтөнлөктәренең бере­һе. Ул ғынамы һуң! Вездеход юлһыҙ урындарҙан елдереп йөрөһә, һаҙлыҡ, йылға-күлдәрҙе лә “һә” тигәнсе йөҙөп сығыуы был транспорт сараһын илдең бәғзе төбәктәрендә йәшәгән һәм эшләгән кешеләр өсөн алыштырғыһыҙ техника сараһы итә, шуға ла вездеходтар, Оборона министрлығы заказдарына ярашлы етештерелеүҙән тыш, халыҡ хужалығында ла киң ҡулланыла.
Әйткәндәй, 1977 йылда нигеҙ һа­лын­ған завод бөгөнгәсә Рәсәйҙә йө­ҙөү­се ике звенолы сылбырлы “Витязь” транспортерҙарын етештереүсе бер­ҙән-бер уникаль предприятие булып ҡала. Шулай уҡ заводтың үҙ махсус конструкторҙар бюроһы булыуы йыл һайын тиҫтәгә яҡын сылбырлы маши­наларҙың яңы төрҙәрен булдырыуға булышлыҡ итә.
Тулы производство циклында эшләгән завод 150 мең квадрат метр самаһы майҙанды биләй, бында әҙерләү, эшкәртеү, йыйыу һәм башҡа цехтар эшләй, унан тыш ярҙамсыл под­разделениелар бихисап. Пред­прия­тиеның эсендә үҙ автомобиль һәм тимер юлдары бар. Етеште­реү­сәнлек ҡеүәтенең ҡырҡ процент са­маһы граждандар өсөн тәғәйенләнгән продукцияға ҡарай, йылылыҡ-энергетика комплекстары ҡорамалдарын ташыу өсөн тәғәйенләнгән машиналар ҙа йыйыла. Завод 1,5 мең кешене эш урыны менән тәьмин итә, хеҙмәт­сәндәр иң ваҡ деталдәрҙән башлап ҙур габаритлы техниканы йыйыуға тиклем барыһын да заводта башҡара. Заман талаптарына ярашлы, пред­прия­тиеның матди-техник базаһы, ҡорамалдар, станоктар яңыртылып тора. Завод транспортерҙың яңы моделдәрен дә етештереүгә әҙерләй, әммә уларҙың йөк ташыу ҡеүәте түбәнерәк буласаҡ.
Ғөмүмән, предприятиела алып барылған сәйәсәт етештерелгән та­уар­ҙың юғары сифатлы булыуына һәм уны туҡтауһыҙ камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Был ҡулланыусылар араһында ихтыяждың юғарылығын һәм предприятиелағы тотороҡ­лолоҡтоң нигеҙен билдәләй.


Кеше йәмле эше менән


Шулай ҙа һәр данлыҡлы ойошманы унда эшләгәндәрҙең фиҙакәр хеҙ­мәте данлай, фәҡәт һөнәр оҫталары биҙәй, билдәле итә. “Витязь” етәксе­леге лә юғары профессионалдарҙан торған татыу коллективы менән ғорурлана һәм хеҙмәтсәндәрҙең эш шарттары һәм тормошо лайыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләй.
Форсат сығып, предприятиеға юл төшкәс, беҙ тап үрҙә телгә алынған үҙенсәлекте – предприятиеның данын яҡлаған һөнәр оҫталары менән танышырға булдыҡ.
...Заводты иңләп йөрөү еңелдән түгел – цех майҙандары ҙур, станок­тарҙың тауышы ҡеүәтле, унан тыш, һауала ҡуйы болот булып эленеп торған май еҫе лә күнекмәгәндәр өсөн ауырыраҡ тойола. Әммә хеҙмәт батырҙары өсөн был шарттар – ҡәҙимге күренеш, эш урыны.
Иң тәүҙә юлыбыҙҙа үҫмер ҡоронан да сығып өлгөрмәгән егет осраны. Та­нышабыҙ. Артур Ғимранов, Ишембай ҡалаһындағы 76-сы һөнәрселек лицейында контроль-үлсәү прибор­ҙары һәм автоматтары йүнәлеше буйынса белем ала икән. I курсты та­мам­лап, “Витязь” заводына практика үтергә килгән. Ул бындағы коллек­тивтың татыулығын һәм берҙәмлеген, апай һәм ағайҙарҙың тәжрибәһе менән ихлас бүлешеүен телгә алды.
...Ҙур станок артында ике ҡатын нимәлер тураһында кәңәшләшә: уңған милләттәштәребеҙ Таңһылыу Әсәҙул­лина менән Гөлнара Әмирова булып сыҡ­ты улар. Таңһылыу апай был пред­приятиеға 35 йыл ғүмерен бағышлаған, ул – юғары класлы токарь, уларҙың һәммә төрҙәрендә лә эшләй ала. Сығышы менән Ишембай районының Бәләкәй Мәҡсүт ауылынан. Ул унынсы класты тамамлаған йылда Ишембайҙа 76-сы һөнәрселек училищеһы асылған икән.

– Беҙҙе яңы уҡыу йортона уҡырға саҡырҙылар. Бала саҡтан бергә үҫкән әхирәтем, класташым Фәнисә Сәхә­үет­динова менән килдек, шарттарҙы бик оҡшаттыҡ: өр-яңы училище бина­һы, буяу еҫе аңҡып торған өр-яңы ятаҡ. Бөтә нәмә ялтырап тора, матур. Шулай, ҡулға диплом алғас, тағы ла икәүләп ошо заводҡа эшкә килдек, һөнәр айышына төшөндөк, ғүмерлеккә тороп ҡалдыҡ. 122-се цехтың бригадиры, тәүге етәксем Миңлеринат Низа­мовҡа рәхмәтлемен – эшкә лә өйрәтте, татыу коллектив та тупланы. Әйткәндәй, йән дуҫым Фәнисә менән һаман айырылғаныбыҙ юҡ – өс тиҫтә йылдан ашыу бергә эшләйбеҙ.
...37 генә йәшемдә ирем вафат булды. Ике бала менән тол ҡалдым. Ошо ауыр ваҡыттарҙа ла коллектив ситкә этмәне, ярҙамынан өҙмәне. Эшемдән һәр саҡ йыуаныс таптым, риза булып эшләнем. Шуға ла, бәлки, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә насип булғандыр.
Әйткәндәй, улым Илгиз дә ошо заводта тәжрибә тупланы, ул – иретеп йәбештереүсе. Әле икенсе коллективта эшләһә лә, беҙҙең заводты йылылыҡ менән иҫкә ала. Ә ҡыҙым Гөлнара менән бергә эшләйбеҙ. Уның бындағы хеҙмәт стажы – туғыҙ йыл, өс бала әсәһе. Ҡыҙыма токарь һөнә­ренең нескәлектәрен төшөндөрәм. Ғөмүмән, эргәлә яҡын кешең булһа, икеләтә рәхәт ул. Эшемдең үҙенсә­легенә килгәндә, ҡеүәтле машиналар йөрөһөн өсөн һәр деталь мөһим. Уларға диаметры 8 миллиметрға еткән, теүәллеге микрон менән иҫәпләнгән ваҡ ҡына деталдәр ҙә эшләйбеҙ. Әлбиттә, оҫталыҡ һәм тәжрибә йылдар менән килә, – ти Таңһылыу Әсәҙуллина.
Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған Рәзилә Ниғмәтуллина иһә – цех начальнигы. Уңған, бөтмөр ҡатын – шәп ойоштороусы, беҙ килгән арала ғына ла әллә күпме ғәмәлдәрҙең осона сығырға өлгөрҙө. Эштең ҡатмарлы шарттарында ла ыҫпай, бөхтә булыуына һоҡланмайынса мөмкин түгел. Стәр­ле­баш районы ҡыҙы хеҙмәт юлын бында 1982 йылда токарь ярҙамсыһы булып башлаған. Йәш кенә килеш станок артына баҫҡан ҡатын цех етәксеһе вазифаһына тиклем үрләгән – был фәҡәт уның эшһөйәрлеге, булдыҡлылығы һөҙөмтәһе.
– Цехта ете йыл начальник булып эшләйем, ҡул аҫтында ике сменала – 80 кеше. Эшебеҙ ауыр тиһәләр ҙә, башҡа урында үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым, ошо коллективҡа өйрәнгәнмен, эштең нескәлектәрен белгәс, бер ҡыйынлыҡ та күрмәйем. Бигерәк тә үткән быуаттың ҡатмарлы 90-сы йылдарын үткәргәндән һуң, бер ни ҡурҡыныс түгел (йылмая). Беҙҙең 122-се цехта күбеһенсә ҡатын-ҡыҙ эшләй, улар араһында токарҙар, фрезерлы станокта эшләүселәр, шымартыусылар бар. Заказдар күп төрлө, һәммәһен сифатлы итеп башҡарабыҙ. Заводҡа заман технологиялары ла килде – хәҙер автоматлаштырылған станоктар ҙа бар. Был эште күпкә еңеләйтә, – ти Рәзилә Шамил ҡыҙы.
Уңған ҡатын ире Радик Йәүҙәт улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергән.

...Ул арала контролер Татьяна Матвеева ла һүҙгә ҡушыла. Был ханым, башҡаларҙан айырмалы рәүеш­тә, “Витязь” заводында ете йыл ғына эшләй икән. Әйтеүенсә, тотороҡлолоҡ, эшенең генә түгел, коллективтың да күңеленә ятыуы бындағы төп өҫтөнлөктәр булып тора.
Цех начальнигы Рәзилә Ниғмә­тул­лина янынан, ғөмүмән, кеше өҙөлмәй. Әле ҡағыҙҙар менән киләләр, әле станок янына саҡыралар. Шулай, завод эсендә ойоштороу эштәре өсөн махсус булдырылған бәләкәс кенә бүлмәгә – “кафедра”ға ышаныслы аҙымдар менән йәш уҙаман килеп инде. Танышабыҙ. Андрей Косенко атлы егет ошо ҡалала тыуып үҫкән, Өфө дәүләт нефть техник универ­си­тетының Ишембайҙағы филиалын тамамлаған. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң реклама тарма­ғында үҙен һынап ҡараған, шунан, вакансия асылғас, заводҡа эшкә килгән. Үкенергә урын юҡ – дүрт йыл эсендә тырыш егет йыйыу цехы начальнигы урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләгән.
– Предприятиела йәштәргә ҡарата мөнәсәбәт йылы, быуындар бәйлә­не­ше, тәжрибә менән уртаҡлашыу кеүек күркәм йолалар һаҡланған. Завод етәкселеге алып барған социаль сәйәсәттең, юғары профессио­нал­лектең һөҙөмтәһе был, – ти Андрей Косенко. Яңы ғына ғаилә ҡорған йәш белгес яҙмышын тап туған ҡала­һындағы предприятие менән бәйләгәненә үкенмәй.


Заман заңына ярашлы


Предприятие тотороҡло үҫешһен, көнәркәшлек шарттарында ҡулланыу­сыларға лайыҡлы тауар тәҡдим итә алһын өсөн заводтың ҡоролмаларын, матди-техник базаһын даими яңыртып тороу талап ителә.
Предприятие етәкселеге тарафынан производствоны киң рекон­струк­циялауға йүнәлеш алынған, эш шарттары даими яҡшыртыла, бының өсөн йыл һайын ярайһы уҡ ҙур сумма тотонола.
...Ошо һүҙҙәргә ҡеүәт итеп, программа менән идара ителеүсе станоктарҙың операторы Дамир Латипов һәм ошондай уҡ станоктарҙы, манипуляторҙарҙы көйләүсе Дмитрий Попов менән танышабыҙ. Улар эш­ләгән станоктар төрлө ҡатмарлыҡтағы һәм юғары теүәллектәге деталдәр яһау мөмкинлеген бирә. Ябай итеп әйткәндә, махсус программа ҡуйылған “аҡыллы” токарь станогына кәрәкле параметрҙар индерелә, операторҙың күҙәтеүе аҫтында юғары теүәллектәге деталдәр эшләнә.
Дамир Латипов урындағы нефтсе­ләр колледжын тамамлаған, Себер яғында йөрөп тәжрибә туплаған. Әммә тыуған яғыңда эшләүгә етәме һуң – “Витязь” заводында вакансия бар­лығын белгәс, ниәтләп, Ишембайға ҡайтҡан.

– Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ерең­дә олтан бул, тип юҡҡа әйтмәй­ҙәр. Миңә эшем дә, йәшәгән ерем дә оҡшай. Ҡатыным менән торлаҡ мәсьәләһен дә хәл иттек, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ, – ти Дамир.
Дмитрий иһә әлегә өйләнмәгән. Хеҙмәттәштәре уны яуаплы, эшһөйәр булғаны өсөн ярата. Заманса техника – автоматлаштырылған станок менән идара итеү белгестең үҙенә лә оҡшай, хатта ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра – ниндәй ҡатмарлы деталде лә “һә” тигәнсе эшләп ҡуя аҡыллы машина.


Вездеходтың “һөлдәһен” ҡороусылар хаҡында


Йыйыу цехы буйлап байтаҡ атла­ғандан һуң, тимерҙән эшләнгән ҙур ғына ҡоролма янына килеп туҡтаныҡ. Йорт эсендәге йорт һымаҡ күренгән был дәү ҡаптың эсенә ингәс тә хайран ҡалып ҡарап торҙоҡ әле: ҡоролма эсендә тағы ла бүлмәләр бар, сте­наларға иретеп йәбештереү ҡорамал­дары эленгән, уртала – эш майҙаны. Был иретеп йәбештереүселәрҙең, паятлаусыларҙың эш урыны булып сыҡты. Бында улар, шулай уҡ, вездеходтар өсөн ваҡ деталдәрҙән алып уның тышҡы корпусына тиклем эшләй.
Тәүҙә Вячеслав Чариков менән танышабыҙ. Заводтың билдәле иретеп йәбештереүсеһе – алсаҡ, ихлас кеше. Пенсия йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, туған предприятиеһында эшләүен дауам итә, йәш белгестәр менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, тәжрибә уртаҡлашырға ла ваҡыт таба. “Завод – минең тормошом”, – ти Вячеслав Михайлович, ғорурланып. Әйткәндәй, ҡатыны ла ғүмер буйы ошо заводта комплектлаусы булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда, ейәндәрен баға.
Саматиҙар династияһын да заводта белмәгән кеше юҡ. Олпат кәүҙәле, оҫта ҡуллы Павел Дмитриевич Ишембайҙа тыуып үҫкән, заводтың ғына түгел, ҡаланың да ысын патриоты. Күңелсәк, асыҡ – вездеход һынлы вездеходтың тышҡы корпусын, йөҙәрләгән деталдәрҙе иретеп йәбештереү еңелдән түгел, үтә ҙур яуаплылыҡ, оҫталыҡ талап итә. Дүрт тиҫтә йылға яҡын ошо эште башҡарған Павел Самати – профессионал, уға башҡалар ҙа кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, улы Дмитрий ҙа һигеҙ йыл ошонда эшләй, ул – паятлаусы.
– Атайым менән бергә эшләү күңелле лә, файҙалы ла – эшебеҙҙең һәр нескәлеген белә ул. Ғөмүмән, ғаиләм менән ғорурланам – һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ нәҫелдән, – ти Дмитрий Самати.
Тыуған ерҙең данлы улдары


Шулай ҙа иң йәнле осрашыу “Витязь” заводының данлыҡлы хеҙмәт­сән­дәренең береһе, уңған милләт­тәшебеҙ Ришат Ишкинин менән бул­ғандыр. Гәзиттән хәбәрселәр килә тигәс, һәммә төрлө токарь станоктарында эшләгән оҫта, Рәсәйҙең атҡа­ҙанған машиналар төҙөүсеһе Ришат Ишкинин хеҙмәттә сыныҡҡан, шау майлы оҫта ҡулдарын тап-таҙа итеп йыуып, эш урынын да тәртипкә килтереп ҡуйған. Беҙҙе оҙатып йөрөгән завод хеҙмәткәре:

– Ришат ағай ифрат бөхтә, теүәл кеше ул. Тап ошо сифаттары уға токарь һөнәренең иң юғары бейек­лектәрен яуларға ярҙам иткәндер, – тип ҡуйҙы.
Әңгәмәсебеҙ иҫ киткес алсаҡ, матур кеше булып сыҡты. Милләт­тә­шебеҙ Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән, урындағы нефть техникумын тамамлаған, армия сафында хеҙмәт иткән. “Витязь” заводына 1981 йылдың ғинуарында килгән. Ул ябай токарь ғына түгел, ә ҡырыусы станоктарҙа ла эшләй. Ғөмүмән, бәғзе саҡта деталдәрҙе 12 төрлө станокта ла теүәлләргә тура килә, тип йылмая Ришат Ишкинин.
Уның тәжрибәһе алтынға тиң, шуға ла заводтың оҫта токары һәр саҡ йәш быуын белгестәренә ярҙам ҡулы һуҙырға, улар менән тәжрибә уртаҡлашырға әҙер. Һөнәр оҫтаһын кешелекле, кеселекле булғаны өсөн заводта айырыуса яраталар.
Ришат Ишкинин ҡатыны Гөлсимә менән өс балаға ғүмер биргән. Улар күптән тыуған ояны ташлап, төрлөһө төрлө яҡҡа таралған, әммә атай йортона даими ҡайтып торалар.
– Балаларымдан уңдым, һәр ҡайһыһының яратҡан эше, тормошта тапҡан урыны бар. Иң мөһиме – иманлы-тәүфиҡлы булыуҙары шатландыра, – тип ҡыуанысы менән бүлешә Ришат ағай. Аптырарға түгел – эшкә лә, тормошҡа ла яуаплы күҙлектән ҡараған кешенең яҙмышы башҡаса булыуы мөмкин түгел.
... Ғөмүмән, завод хеҙмәтсәндәре менән танышҡандан һуң күңелдә тик йылы тойғолар ҡалды. Эштәре еңелдән түгел, мәгәр, тиҫтәләрсә йыллыҡ тарихы булған заводта замандың төрлө осорҙарын кисергән, ауыр иҡтисади шарттарҙа ла туған предприятиеһына хыянат итмәйенсә, уның ҡеүәтен һәм данын һаҡлап ҡалған, йәш быуынға өлгө булған быуын вәкилдәре бит улар.
Хәйер, барыһы ла етәкселек алып барған эшлекле һәм социаль сәйә­сәттән дә киләлер. “Витязь” машиналар эшләү акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Ирек Наил улы Арыҫланов бынан тиҫтәләрсә йыл элек, 1984 йылда, тап ошонда үҙенең хеҙмәт юлын өлкән диспетчер булып башлаған, бүлек, цех начальнигы кеүек вазифа баҫҡыстары буйлап үрләп, фиҙакәр хеҙмәте менән заводтың генераль директоры вазифаһына етеүгә өлгәшкән. Шуға ла уға предприятиеның эше һәр ғәмәленә тиклем таныш, эшселәрҙең хеҙмәт юлы ла – күҙ алдында.
Ирек Арыҫланов заводҡа 2005 йылдан алып етәкселек итә, ошо йылдарҙа хеҙмәтсәндәрҙең эш шарттарын һәм тормошон, йәшәү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән заводта бихисап эштәр башҡарылған. Бының өсөн “Витязь”дә алып барылған социаль сәйәсәттең бер нисә йүнәлешен генә телгә алып китеү ҙә етә. Мәҫәлән, былтыр 54 йәш белгес торлаҡ менән тәьмин ителгән, хеҙмәтсәндәрҙең балаларының сәләмәтлеген нығы­тыу өсөн махсус учреждениеларға путевкалар даими бүленә, эшселәрҙе эҫе аш, заводҡа алып барыу-ҡайтыу кеүек ғәмәлдәр ҙә хәстәрләнгән.
Предприятие эшселәре физкультура һәм спорт менән шөғөлләнһен өсөн шарттар булдырылған, төрлө йүнәлешле матди ярҙам даими күрһәтелә. Хеҙ­мәткәрҙәрҙең һәм ветерандарҙың мәнфәғәтен урындағы профсоюз ойошмаһы яҡлай, хеҙмәтте һәм сәләмәтлекте һаҡлау йәһәтенән даими саралар күрелә.
...Эш кешеләре ҡәҙерле һәм хәстәрле булһа, һөҙөмтә лә юғары була: “Витязь” машиналар эшләү ком­панияһы – халыҡ-ара, Рәсәй кимә­лен­дәге күргәҙмәләрҙең, йәрминкә­ләрҙең дипломанты, күп һанлы бәйге­ләрҙең еңеүсеһе. Улар иҫәбендә “Рәсәйҙең 100 тауары” кеүек абруйлы конкурстар ҙа бар. Тиҫтәләрсә патент­тар һәм сертификаттар, “Рәсәйҙең иң яҡшы экспортсыһы”, “Башҡорт­ос­тандың иң шәп сәнәғәт компанияһы” исемдәре иһә сығарылған продук­цияның һәм производство техноло­гияһының юғары кимәлен билдәләй.
...“Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте” – ошо билдәле халыҡ мәҡәлендә, өс кенә һүҙҙә, оло хәҡиҡәт ярылып ята. Фиҙакәр эш, оло яуаплылыҡ, оҫталыҡ һәм берҙәмлек – һәр уңыштың нигеҙе ошонда.


Ишембай ҡалаһы.
Читайте нас