Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән “Ростелеком” компанияһы президенты Михаил Осеевский “Аҡыллы ҡала” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.
Проекттың йүнәлештәре бик күп. Уларҙың мөһимдәре – ҡала ресурстары менән идара итеүҙә, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә һанлы система булдырыу. Шулай уҡ ҡала мөхите хәүефһеҙлегенең программа комплесын булдырыу ҙа ҡаралған. Бында йәмәғәт транспорты һәм юл хәрәкәтен мониторлау, парковка урындарын ойоштороу, видеокүҙәтеү инә.
Яҡтар фекеренсә, бындай заманса идара итеү системаларын ғәмәлгә индереү ҡаланың һәм райондарҙың энергия тотоноу кимәлен кәметәсәк, шулай уҡ халыҡтың хәүефһеҙлеген арттырасаҡ.
Проектты тормошҡа ашырыуҙы Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларынан башларға ниәтләйҙәр.
– Юлдарҙа фото һәм видеотеркәү беҙгә үлем осраҡтарын кәметергә ярҙам итәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Бурыс – водителдәрҙән тиҙлекте арттырыу өсөн аҡса йыйыуҙа түгел, ә юлдарҙағы үлемде кәметеүҙә. Әле трассаларҙа ҡуйылған камералар техник яҡтан да, әхлаҡи яҡтан да иҫкергән. Яңылары кәрәк, улар күберәк булһын. 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына яңы камералар һанын мең данаға еткерергә иҫәп тотабыҙ.
Михаил Осеевский белдереүенсә, “аҡыллы ҡала” кеше эшмәкәрлегенең барлыҡ өлкәләрен дә үҙ эсенә ала.