Башҡортостанда йыл ярым эсендә 169 кооператив төҙөлгән. Бөгөн уларҙың һаны бөтәһе 227-гә еткән. Ойошма бөтәһе 4,5 мең пайсыны берләштерә. Рәсәйҙә ошо йүнәлештә барлыҡҡа килгән кооперациялар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урынды биләй.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Мәскәүҙә үткән кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
Әйткәндәй, ауылда аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең киләсәген кооперацияла күрә белгестәр. Ул һөҙөмтәле эшләүгә илткән иң ышаныслы юл. “Кооперация хәрәкәтен йәнләндереү – көнүҙәк мәсьәлә. Бары шул саҡта ғына ауыл халҡы, ер кешеһе үҙенең ауыр хеҙмәтенең хаҡын аласаҡ. Был – үҙ сиратында ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуҙың бер ысулы", – ти улар.