ХХIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан тәүге килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
Иң башта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов Башҡортостан менән Татарстан Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыуҙың саралар планына ҡул ҡуйҙы. Документ 2019 – 2022 йылдарға иҫәпләнгән.
– Башҡортостандағы һәйбәт динамиканы күрәм. Эшегеҙ оҡшай, лайктар ҡуям, – тине Рөстәм Миңлеханов осрашыу ваҡытында. – Башҡортостан менән Татарстан ике туғандаш республика, беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ.
Ысынлап та, ике төбәк араһында сауҙа әйләнеше үҫә, барлыҡ өлкәләрҙә лә тиерлек мөнәсәбәттәр нығына. Әммә башҡараһы эштәр ҙә күп. Тәжрибә алмашыныу, яҡшы башланғыстар менән уртаҡлашыу бик кәрәк, тине Радий Хәбиров. Был документ араны яҡынайтасаҡ һәм нығытасаҡ ҡына, тигән фекерҙә яҡтар.