Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июнь 2019, 00:54

Ҡыҙыу осор башланды!

Бөгөн республикала мал аҙығы әҙерләүгә старт бирелде.

Фото: apk-news.ru
Фото: apk-news.ru
Бөгөн республикала мал аҙығы әҙерләүгә старт бирелде.


Йәшел ураҡҡа тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районының "Урожай" ауыл хужалығы предприятиеһы төштө – улар күп йыллыҡ үлән әҙерләй башланы. Бер көндә хужалыҡ уңғандары 200 гектар тирәһе үлән сапты.


Әйткәндәй, быйыл республикала барлыҡ төр хужалыҡтарҙа мал аҙығы 802 мең гектар ерҙе биләй. Күп йыллыҡ үлән 453 мең гектар майҙанды тәшкил итһә, бер йыллыҡ үлән – 140 мең гектарҙа. Шуның 42 мең гектары – судан һәм уның ҡушылмаһы.


Һәр шартлы баш малға 28-30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнәсәк.
Читайте нас: