Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июнь 2019, 15:55

Аҡса бирәләр

Рәсәйҙә "2020 – 2025 йылдарҙа ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше" тигән биш йыллыҡ программа ҡабул ителде. Ошо маҡсатҡа 2,3 триллион һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған. Уның бер триллионы федераль ҡаҙнанан йүнәлтелһә, ҡалғанын төбәк тәьмин итергә тейеш.

Документтың маҡсаты – ауыл халҡын Рәсәйҙең дөйөм иҫәбенең 25,3 проценты кимәлендә һаҡлау, ауыл биләмәләренең кәм тигәндә 50 проценты уңайлы шарттарҙа йәшәргә тейеш. Программа аналитик, хоҡуҡи, методик йәһәттән ауыл биләмәләрен комплекслы тәьмин итеү, уңайлы мөхит булдырыу, хеҙмәт баҙары һәм инфраструктураны үҫтереү кеүек дүрт йүнәлеш буйынса алып барыласаҡ.

Фото: kaifolog.ru
Читайте нас: