Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июнь 2019, 16:53

Биш миллиард һумдан да кәм булмаясаҡ

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “ВИС” акционерҙар ойошмаһы араһында инвестиция ниәттәре тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “ВИС” акционерҙар ойошмаһы араһында инвестиция ниәттәре тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.


– “ВИС” компаниялар төркөмө – инфраструктура булдырыу процесының әүҙем ҡатнашыусыһы. Беҙ Рәсәйҙең бар төбәктәрендә лә тиерлек эшләйбеҙ. Башҡортостан менән төҙөлгән килешеүҙе илдең үҙәк өлөшөн артабан үҫтереү мөмкинлеге тип ҡарайбыҙ, – тине компанияның директорҙар советы ағзаһы Сергей Ромашев. – Беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре – медицина, сүп-сар эшкәртеү, транспорт инфраструктураһы. Ошо йүнәлештәрҙең һәр ҡайһыһында эшләмәксебеҙ.


Сергей Ромашев белдереүенсә, “ВИС” төркөмө дөйөм хаҡы биш миллиард һумдан кәм булмаған объекттар булдырырға йыйына.

– Башҡортостан – беҙҙең өсөн яңы төбәк. Тәжрибәбеҙҙе иҫәпкә алып, был хеҙмәттәшлектең иҡтисади яҡтан ҡыҙыҡлы булыуын аңлайбыҙ. Киләһе ике ай эсендә тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы тулыһынса хәл итеп бөтәсәкбеҙ, артабан эш дауам итәсәк, – тине ул.