Быйылғы Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы Башҡортостан өсөн инвестициялар йәлеп итеү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәште.
Ике көн эсендә төҙөлгән килешеүҙәр республикаға 82 миллиард һумға яҡын аҡса килтерҙе. Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өс мең тирәһе яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Форумдың беренсе көнөндә дөйөм суммаһы 70 миллиард һумлыҡ 14 килешеү төҙөлгән. Бөгөн иһә – алты килешеү.