“Перекресток” супермаркеттары селтәрендә оҙаҡламай аҙыҡ-түлекте кредитҡа алып буласаҡ. Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисад форумында ҡыҙыҡһыныусы яҡтар килешеү төҙөнө.
Шулай итеп, виртуаль карта ҡулланыусыларға “Перекресток” льготалы срок менән кредитҡа аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеген бирә. Бындай карталар бөтә супермаркеттарҙа паспорт буйынса бер нисә минут эсендә әҙерләнәсәк. Башҡа магазиндарҙа уны файҙаланып булмай.
Тикшеренеүселәр фекеренсә, был һанлы карталар һатыу күләмен ун процентҡа арттырасаҡ.