Быйыл ноябрь айында Йәрмәкәй районында 2800 баш һыйырға иҫәпләнгән эре малсылыҡ комплексы сафҡа инәсәк. Бында йылына 22 мең тонна юғары сифатлы һөт етештерергә ниәтләйҙәр. Ошонда уҡ йәш малдар үрсетеү (3200 баш) өсөн майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк.
Дөйөм инвестиция күләме өс миллиард һум тирәһе тәшкил итә. 100 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.
Комплекс директоры Николай Лукерин әйтеүенсә, әле 800 баштан ашыу яҡшы тоҡомло мал килтерелгән дә инде.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.