Республика етәксеһе Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһының Юбилей урамындағы “һаҡаллы” төҙөлөш урынында булды. Был бинала эш инде 17 йыл дауам итә.
Унда райондың суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын берләштергән Хоҡуҡ йорто төҙөлөргә тейеш булған. Финанс етмәү сәбәпле, 2005 йылда эш туҡтатылған, һәм объект бөгөнгәсә шул килеш тора.
Район етәкселәре һүҙҙәренсә, бинаны өҫтәмә белем биреү учреждениелары өсөн үҙгәртеп ҡороп, унда “Кванториум”, балалар ижады үҙәге, төрлө түңәрәк-секциялар өсөн бүлмәләр булдырыу юлдары өйрәнелә. Был эште тормошҡа ашырыу өсөн 7,3 миллион һум аҡса талап ителә.
Радий Хәбиров ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан ярҙам бүленәсәген белдерҙе, муниципалетҡа Башҡортостандың Архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты менән берлектә йыл аҙағына тиклем проект эштәрен тамамлау бурысын ҡуйҙы. Объект 2020 йылда сафҡа инергә тейеш.
Райондағы “Труд” стадионы ла алты йыл элек төҙөлә башлаған һәм әлегә тиклем файҙаланыуға тапшырылмаған. Төбәк етәксеһе был объект буйынса ла тейешле органдарға күрһәтмә биреп, эште һуҙмай тамамлау бурысын ҡуйҙы.