Вице-премьер – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл яҙғы баҫыу эштәренең уңайлы һауа шарттарында һәм тәғәйен ваҡытта башҡарылыуы тураһында хәбәр итте.
Республикала сәсеүлек майҙаны өс миллион гектар тәшкил итә. Баҙар шарттарын иҫәпкә алып, уларҙың структураһы үҙгәртелгән, яҙғы рапс, соя, гәрсис, етен кеүек майлы культуралар майҙаны арттырылған. Улар 440 мең гектарҙа сәселгән.
Ауыл хужалығы эштәрен ваҡытында башҡарыуҙа аграрийҙарҙың техник тәьминәте ҙур әһәмиәткә эйә. Йыл башынан ике миллиард һумдан ашыуға техника һатып алынған, 1100-ҙән ашыу төрлө машина хужалыҡтарға тапшырылған. Шул уҡ ваҡытта агросәнәғәт комплексында ауыл хужалығы техникаһына ихтыяж һаҡлана.
Әле матди-техник базаны яңы уңышты ҡабул итеүгә әҙерләйҙәр. Июнь аҙағында иген ҡабул итеү предприятиеларын, икмәк ризыҡтары комбинаттарын, элеваторҙарҙы тикшереү башлана. Уңыш күләменең артыуына бәйле, Башҡортостан игене экспортын киңәйтеүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу күҙаллана. Мәҫәлән, “Илеш элеваторы” йәмғиәте өсөн иген ташыу судноларына Ағиҙел йылғаһынан юлды киңәйтеү планлаштырыла, Учалы һәм Әлмөхәмәт элеваторҙары реконструкциялана.
Аграрийҙар әле мал аҙығы әҙерләй башланы. Бөтәһе 13-14 тонна самаһы аҙыҡ әҙерләү бурысы тора. Төбәк етәксеһе республика ауыл хужалығы эшсәндәренә сәсеүҙе уңышлы үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе, Башҡортостан Хөкүмәтенә яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға булышлыҡты дауам итергә ҡушты.