Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июнь 2019, 17:34

Өфө менән Ухтаны нимә бәйләй?

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында яғыулыҡ-энергетика комплексының һанлы иҡтисад өлкәһенә кадрҙар әҙерләү буйынса хеҙмәттәшлек итеү өсөн килешеү төҙөлдө.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында яғыулыҡ-энергетика комплексының һанлы иҡтисад өлкәһенә кадрҙар әҙерләү буйынса хеҙмәттәшлек итеү өсөн килешеү төҙөлдө.


Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте менән илдең алдынғы энергетика буйынса юғары уҡыу йорттары – Өфө дәүләт нефть техник университеты, Ухта дәүләт техник университеты, Төмән индустрия университеты, Әлмәт дәүләт нефть институты, С. Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология разведкалау университеты, М. Миллионщиков исемендәге Грозный дәүләт нефть техник университеттары ҡул ҡуйҙы.


Килешеү яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн белгестәр әҙерләүҙе тиҙләтеү буйынса берҙәм проект әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Был маҡсатта Башҡортостанда быға тиклем эшләп киләгән махсус онлайн-курстар һәм персоналды баһалау системаһы булған заманса белем биреү базаһы файҙаланыласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу ҡыҫҡа ваҡытта “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты ҡуйған ил иҡтисадына кадрҙар әҙерләү бурысын тормошҡа ашырыу өсөн эшләүсе модель булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.


Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: