Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июнь 2019, 18:50

Өс мең кеше Себергә йөрөмәйәсәк

ХХIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһы 24 килешеүгә ҡул ҡуйҙы, шуларҙың 11-е инвестицияға ҡағыла, икәүһе – Рәсәй төбәктәре, 11-е иһә предприятиелар һәм ойошмалар менән төҙөлдө.

ХХIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһы 24 килешеүгә ҡул ҡуйҙы, шуларҙың 11-е инвестицияға ҡағыла, икәүһе – Рәсәй төбәктәре, 11-е иһә предприятиелар һәм ойошмалар менән төҙөлдө.


Инвестиция килешеүҙәренең дөйөм күләме 82 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Уларҙы тормошҡа ашырыу менән төбәктә өс меңгә яҡын яңы эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш. Атап әйткәндә, проекттар агрологистика паркы ойоштороуға, тимер юл күсмә составы паркын киңәйтеүгә һәм яңыртыуға, ҡояш электр станцияһы төҙөүгә, роботлаштырылған туҡталҡа системалары етештереү заводы төҙөүгә, күп ҡатлы асептик төргәк етештереүгә, энергияны һаҡлауға, углеводород газын эшкәртеүгә, Ишембайҙа асылған махсус иҡтисади биләмәлә өр-яңы производстволар асыуға ҡағыла.


Бынан тыш, Башҡортостан Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының процентһыҙ заемдар биреү программаһында ҡатнашҡан икенсе төбәк булды. Мәҫәлән, “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендәге “Элеватор” йәмғиәте комплексты ҡайтанан йыһазландырыуға 250 миллион һум аласаҡ.


Өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ярашлы, Һаҡлыҡ банкы һәм “Уралсиб” менән торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыуҙы әүҙемләштереү йәһәтенән килешеүгә ҡул ҡуйылды. “КамАЗ” йәмғиәте менән килешеү Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелһә, “Ростелеком” менән төҙөлгәне ҡала ресурстарына идара итеүҙең һанлы системаларын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.


Форумда шулай уҡ “Росстандарт”, “Газпром СПГ технологиялар”, Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте, “ВИС” төркөмө, Грозный дәүләт нефть техник университеты менән килешеү төҙөлдө.


Фото: glavarb.ru.
Читайте нас: