Рәсәй химиктары бәшмәк сирҙәренә ҡаршы яңы препарат уйлап тапҡан. Ошоға тиклем ағыулы химикаттарҙы сит илдәрҙән һатып алырға тура килһә, хәҙер арзаныраҡ та, тәьҫирлерәк тә үҙебеҙҙең продукциянан игенселәр файҙалана аласаҡ.
Бәшмәк сирҙәре — бөртөклө культураларҙың аяуһыҙ дошманы, төрлө химия сараларына тотороҡло. Әле яңы препарат бәләкәй майҙандарҙа һынау үтә.
Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә бәшмәк сирҙәренән игендең 20 проценты, йәғни йылына 200 миллиард һум аҡса юҡҡа сыға.