Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июнь 2019, 21:36

Туҡ башаҡтар илендә

Ҡасандыр иген фабрикаһын хәтерләткән Ленин орденлы “Йылайыр” совхозының барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулды. Күркәм датаға ярашлы Урғаҙа ауылында ҙур һабантуй ойошторолдо.

Фотолар Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фотолар Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Ҡасандыр иген фабрикаһын хәтерләткән Ленин орденлы “Йылайыр” совхозының барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулды. Күркәм датаға ярашлы Урғаҙа ауылында ҙур һабантуй ойошторолдо.


Унда төрлө йылдарҙа совхоздың үҫешенә тос өлөш индергән ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр саҡырылды. Улар үҙ хәтирәләре менән ихлас уртаҡлашты: сиҙәм күтәреүҙәре, тәүге бураҙнаға гәрәбәләй орлоҡтар һалыныуы, туҡ башаҡтарҙы нисек йыйыуҙары, республикаға Йылайыр игенен тонналап оҙатыуҙары һ.б. хаҡында һөйләне.


Шуныһы ҡыуаныслы: баҫыуҙар әле лә буш ятмай. Бөгөн уларҙа тап Йылайыр баҫыуҙарында тәүге сирҡаныс алған йәш хеҙмәтсәндәр, ялан батырҙарының улдары, ейәндәре игенселек менән булыша.


Социалистик Хеҙмәт Геройы, ике тапҡыр Ленин орденына лайыҡ булған Риза Яхин, БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы Юрий Моряков һәм башҡа бик күп күренекле шәхестәргә ҡанат ҡуйған совхоздың данлы тарихы бар. Буласаҡ ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән белем усағының да тап ошонда асылыуы юҡҡа түгел. Мәғлүм булыуынса, уҡыу йорто үҙ эшен әле лә дауам итә, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙа филиалы булараҡ хеҙмәт күрһәтә.


Элекке “Йылайыр” совхозы ерҙәрендә бөгөн 60-тан ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм “Урал аръяғы” МТС-ның сәсеү майҙандары урын алған. Тимәк, данлыҡлы игенселәрҙең юлы лайыҡлы дауам ителә, Йылайыр игене илебеҙҙең ҡураларын киләсәктә лә тулыландырасаҡ.


Әйткәндәй, тиҙҙән “Йылайыр” совхозының күркәм юбилейына арналған китап донъя күрәсәк. Унда төрлө йылдарҙа эшләгән ялан батырҙарынан алып бөгөнгө фермерҙар, етәкселәр, агрономдар, механизаторҙар, комбайнсылар тураһында йылы иҫтәлектәр, мәҡәләләр, фотоһүрәттәр урын алған.
Читайте нас: