“Өфө – Аэропорт” юлында яңыртылған асфальтҡа юл билдәһе һала башланылар.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был эштә термопластика ҡулланыла. Уның өҫтөнлөгө шунда – һауа температураһы үҙгәрештәренә, химик матдәләрҙең йоғонтоһона бирешмәй.
“Кипһен өсөн 20-30 минут кәрәк. Ошоға бәйле йәйәүлеләрҙең һәм автомобилдә йөрөүселәрҙең был эште аңлап ҡабул итеүен һорайбыҙ”, – ти Өфө власы.
Барыһы ла юл сифаты өсөн - ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға түҙәйек.