Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июнь 2019, 16:08

Эшләһендәр, тик ҡамасауламаһындар

Бөгөн Башҡортостандағы 426 күп фатирлы йорттоң 1 278 подъезында биҙәү-төҙөкләндереү эше бара, йыл аҙағына саҡлы барлығы 1 374 күп ҡатлы йорттоң дүрт мең подъезын ремонтлау планлаштырыла.

Бөгөн Башҡортостандағы 426 күп фатирлы йорттоң 1 278 подъезында биҙәү-төҙөкләндереү эше бара, йыл аҙағына саҡлы барлығы 1 374 күп ҡатлы йорттоң дүрт мең подъезын ремонтлау планлаштырыла.
Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында үткәрелгән семинар-кәңәшмәлә “Башҡортостандың төбәк операторы” фондының генераль директоры Ринат Дәминов белдерҙе.


Министрҙың кәңәшсеһе Николай Мельников төҙөкләндереү программаһын үтәгәндә эштең сифатын да күҙ уңынан ысҡындырмау кәрәклеген билдәләне. “Эштең тәртипле итеп башҡарылыуына, төҙөлөш сүп-сары өйөлөп ҡалмауына, объекттарҙың бысранмауына айырым иғтибар биреү талап ителә, был күп ҡатлы йорттарҙа кешеләр йәшәүен һәм подъезды ремонтлау барышының уларға ҡамасауламаҫҡа тейешлеген онотмайыҡ”, – тине министр кәңәшсеһе.


Фото: Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы сайтынан.