Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2019, 14:35

Нимә ашағаныңды “светофор” күрһәтер

Октябрҙә аҙыҡ-түлекте төрлө төҫтәр менән маркировкалауға ГОСТ индерелә. “Росстандарт” билдәләүенсә, документтар әҙер, ҡаптарҙағы төҫлө маркировка ҡулланыусыға аҙыҡтағы шәкәр, тоҙ һәм май миҡдары тураһында тулы мәғлүмәт бирәсәк.

Әгәр ҙә уларҙың өлөшө норманан артыҡ күп булһа, ҡыҙыл һыҙат ошо хаҡта белдерер. Йәшел һәм һары һыҙаттарҙың да һеҙгә әйтер һүҙе күп булыр.

“Светофор” маркировкаһын ҡулланыуҙы етештереүселәр тәүҙә үҙаллы хәл итәсәк. Ә киләсәктә уның мотлаҡ индерелеүе лә ихтимал, ти “Роспотребнадзор” вәкилдәре.

Фото: nord-news.ru
Читайте нас: