Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2019, 11:29

Тауарҙарыбыҙ донъяға таралһын

Тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар һөҙөмтәһен бирә.

Тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар һөҙөмтәһен бирә.


Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә: “Экспортты киңәйтеү, сит баҙарға сығыу – көнәркәшлеккә һәләтле эшҡыуарлыҡтың төп күрһәткесе”, – тип билдәләне. Быны ул илдә ауыл хужалығындағы уңыш миҫалында иҫбатланы. Мәҫәлән, былтыр үҫеш 19,4 процент булһа, экспорт 25,8 миллиард доллар тәшкил иткән. Ә 2024 йылға был һан 45 миллиард долларға етергә тейеш.


Кәйефте күтәрерлек уңыштарыбыҙ бар


Владимир Путин сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек ташыуҙы сикләү ваҡиғаларынан алда уҡ аграр тармаҡтың был юҫыҡта тиҙ арала үҫеш юлына баҫасағын бел­дер­гәйне. “Киләһе биш йылда беҙ аҙыҡ-түлек етештереүҙең барлыҡ төп йүнә­леш­тәре буйынса үҙебеҙҙе тәьмин итер­гә, ә һуңынан Рәсәй донъяла баш­ҡа дәүләттәргә экспортҡа продукция оҙатҡан ил булырға тейеш”, — тине.
Әйткән һүҙҙең елгә осмауын бөгөнгө һөҙөмтәләрҙә күрәбеҙ. Эшләһәң, эш ҡарышмай, тигәндәре хаҡ. Һуңғы йылдарҙа һәр йүнәлештә үҫеш йылдам тиҙлектә алға бара. Мәҫәлән, былтыр йыйып алынған иген күләме барыбыҙҙың да кәйефен күтәрҙе.
Сит илдәрҙән аҙыҡ ташыу йылдан-йыл кәмей. Сусҡасылыҡтың тиҙ һөҙөм­тә биреүе бөтәбеҙгә лә билдәле. Тап шуға һуңғы йылдарҙа “мырҡыл­даҡтар”­ҙы үрсетеү йылдам төҫ алды. 2012 йылдан сусҡа ите етештереү 2,56 миллион тоннанан 3,5 миллионға етте. Импорт үҙенән-үҙе ҡыҫымға алынды. Ә бит ун йыл элек ситтән килтерелгән сусҡа ите беҙҙең баҙарҙың өстән бер өлөшөн биләй ине, ә 1990 йылдарҙа — яртыһын тиерлек.
Өлгәшкән уңыштарыбыҙҙы күҙ алдына килтерһәң, түбәндәгеләр билдәле булыр. Хәҙер Рәсәй донъяла сусҡа, ҡош ите етештереү буйынса алдынғы урын­ды биләй. Был юҫыҡта халҡын туйын­дырыр өсөн хатта ең һыҙғанып эшләгән Һиндостан, Ҡытай кеүек күпләп етештереүселәр янында ла хәлебеҙ яҡшы күренә.
Рәсәй күптән үҙенең ҡеүәтен тергеҙҙе, ил күләмендә ит булдырыу эшмәкәрлеге йәнләнде. Сусҡа ите буйынса, ысын­лап та, донъя баҙарында әкренләп үҙ урыныбыҙҙы ала барабыҙ. 2016 йыл­да Рәсәй тәү тапҡыр Иранға, Ҡы­тайға, Вьетнамға экспортҡа күпләп ит оҙата башланы. Белгестәр раҫ­ла­уынса, был шапырыныу түгел, һүҙ бик ҙур кү­ләм хаҡында бара. Әйтәйек, Ҡытайға һуңғы өс йылда сусҡа һәм һыйыр ите һатыу өс тапҡырға артып, алты мең тон­наға етте. Иң мөһиме — был экспорт өсөн ғәжәп файҙалы, сөнки Азия илдәре малдың томшоғон, ҡойроғон икеләтә ҡыйбат хаҡҡа һатып алырға ла риза.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 20 мил­лион­дан ашыу сусҡа иҫәпләнә. Был күрһәткес буйынса беҙ күптән Францияны уҙып киттек. Шулай ҙа алдынғы Германиянан ҡалышабыҙ әле. Ә Бразилия көтөүҙәренең яртыһына тиңләш­тек. Әгәр ҙә өлгәшелгән тиҙлекте юғалтмаһаҡ, уңышыбыҙ арта барып, донъяла экспортҡа сусҡа ите ебәреү буйынса иң көслө дәүләттәрҙең бере­һенә әүереләсәк көнгә аҙ ғына ваҡыт ҡалған. Әйткәндәй, алға киткән хужа­лыҡтарҙа сусҡа ите етештереүҙең хаҡы Бразилияға ҡарағанда ла түбәнәйә барыуы ҡыуандыра. Нимә генә тимә, был ил менән ҡырыҫ тәбиғәтле Рәсәй климатын сағыштырыу мөмкин түгел.
Дөйөм алғанда, сусҡасылыҡ донъя кимәлендә үҫеш ҡеүәте ала. Совет осорондағы тормошобоҙ иҫкә төшә. Колхозыбыҙ иген, ит һатыу буйынса маҡталып, район гәзите битенән төшмәһә лә, колхозсыларға бойҙайы ла, икмәге лә мул эләкмәне. Хатта макаронды ебетеп, әпәй бешергән осраҡтар йыш булды. Был йәһәттән бөгөн хәлдәр нисек? Үҙебеҙ етештереп, ситкә һатып та, ас ултырмайбыҙмы һуң?


Ышаныслы аҙымдар менән алға барабыҙ


Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, итте күберәк етештергән һайын мулыраҡ ҡуллана башлағанбыҙ. 2003 йылдан 2013 йылға тиклем Рәсәйҙә был юҫыҡта һандар өҙлөкһөҙ үҫә барған. Ошо осорҙа ул йылына 7,7-нән 10,8 миллион тоннаға еткән, йәғни 1,5 тапҡырға артығыраҡ.
Төп өс – һыйыр, сусҡа һәм ҡошсолоҡ – тармаҡтың иң табышлыһы булып “мырҡылдаҡтар” иҫәпләнһә, иң перспективалыһы — һыйыр. Тап уға алдағы ун йылда төп баҫымды яһарға кәрәк, ти белгестәр. Рәсәй һыйыр ите етештереүҙе кәм тигәндә 1,5 тапҡырға арттырырға тейеш. Әлбиттә, мәсьәлә шаҡтай яуаплы, шулай ҙа хәл итмәҫлек түгел. Бер нисә йылда өлгәшкән уңыштарыбыҙҙы барлаһаҡ, был асыҡ күренә, ошо йүнәлештә лә ҡыуанып телгә алырлыҡ һөҙөмтәләр бар.
Әле биш йыл элек кенә Рәсәй халҡы был төр иттең иң сифатлыһын йылына өс мең тоннанан да кәмерәк ҡуллана ине. Әйткәндәй, уның 80 проценты ситтән килтерелде. Мәҫәлән, АҠШ-тан, Канаданан ташылды. Ул башлыса ресторандарҙа тәҡдим ителде. Әлбиттә, үтә ҡыйбат хаҡ, йәғни халыҡ бығаса яҡшы һыйыр ите күрмәне. 2016 йылдан хәл көйләнә башланы, үҙебеҙ етештергән сифатлы ит 10 мең тоннанан артып китте, былтыр иһә 12 мең тоннаға етте. Шул уҡ ваҡытта был хаҡ төшөүгә булышлыҡ итте. Әлбиттә, әлегә эш ҡуҙғалып ҡына тора, артабан ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн шаҡтай ҙур сығымдар талап ителә. Иҫәпләү­ҙәренсә, һуңғы ун йылда бары сусҡа­сылыҡ һәм ҡошсолоҡ тармағы өсөн генә Рәсәйҙә биш триллион һум аҡса һалынған. Аҙ сумма түгел был. Өлгәшелгән һөҙөмтәләр иһә уның бушҡа йүнәлтелмәүен күрһәтә.
Күптән түгел Евросоюз, сусҡа тирәләй шау-шыу ҡуптарып, Рәсәйҙән штраф түләтергә маташып ҡараһа ла, был өлкәлә уңышыбыҙ менән күкрәк һуғып маҡтана алабыҙ. Эйе, сусҡасылыҡ — бик табышлы тармаҡ. Эре аграр компаниялар иң яҡшы йылдарҙа унан алынған табыштың хатта 50 проценттан артыуын йәшермәй. Бер ҡараһаң, илдә сусҡа ите етерлек, артабан уны ба­ры экспортҡа ғына сығарырбыҙ кеүек.
Бәрәңге, сусҡа, ҡош ите, шәкәр, үҫемлек майы, ярмалар... Бер нисә йыл элек был аҙыҡтарҙы ылау-ылау ситтән ташыһаҡ, хәҙер үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәбеҙ. Кәштәләрҙе илдә етештергән аҙыҡ-түлек менән тултырыу йүнәлешендә алып барылған сәйәсәт матур һөҙөмтәләрен бирә.
Бынан бер нисә йыл элек кенә йәй етеү менән шәкәргә хаҡ бер нисә тапҡырға артып китһә, хәҙер бындай шау-шыу тынды. Халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырған ҡарабойҙай ярмаһы ла үҙебеҙҙә артығы менән етештерелеп, сит илдәргә оҙатыла. Ҡыҫҡаһы, Рәсәй һатып алынған төбәктән үҙе башҡаларҙы тәьмин иткән илгә әүерелә бара.

“Бөгөн ил аграрийҙары етди һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ауыл хужалығы ышаныслы аҙымдар менән Рәсәй иҡтисадының алдынғы сафында бара. Ауыл хужалығы, дөйөм алғанда, агросәнәғәт комплексы – беҙҙең эҙмә-эҙлекле үҫешкән тармаҡтарҙың береһе. Илебеҙ үҙен алдынғы иген дәүләте булыуын иҫбатлай. Экспортҡа бойҙай оҙатыу буйынса ла донъяла алдынғы урынды биләйбеҙ”, – тине В.В. Путин.


Саралар һөҙөмтә бирә


Артабан ил башлығы сусҡа, ҡош ите, үҫемлек майы культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, емеш-еләк, йәшелсә етештереү йүнәлешендә лә эштең дәррәү барыуын билдәләне.
– Тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар үҙ һөҙөмтәһен бирә, – тине Владимир Путин. – Эре предприятиелар ғына түгел, ҙур булмаған крәҫтиән хужалыҡтары ла әүҙем үҫешә. Был яҡшы, сөнки Рәсәйҙең әүәлдән килгән тарихи традициялары тергеҙелә. Фер­мерлыҡ хәрәкәтен, дөйөм алғанда, ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар мотлаҡ дауам итәсәк.
Әйткәндәй, Рәсәй хәҙер донъяла бойҙай һатыу буйынса иң алдынғы дәүләт кенә түгел, беҙҙең тағы лайыҡлы уңышыбыҙ бар. Рәсәй ғалимдарының фиҙакәрлеге менән үҙебеҙҙе бойҙай орлоғо менән тулыһынса тәьмин итәбеҙ.

Күптән түгел “Башинформ” агент­лығында үткән матбуғат конферен­цияһында республиканың ауыл хужа­лығы министры урынбаҫары Юрий Лысов “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “Агросәнәғәт комплексы аҙыҡтары экспорты” төбәк проекты хаҡында һөйләне.
Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл хужалығы тотороҡло үҫешә. Дәүләт программалары ер эшсәндәренә һөҙөмтәле эшләргә көс, дәрт өҫтәй. Былтыр, мәҫәлән, 76,3 миллион доллар күләмендә ауыл хужалығы аҙығы экспортҡа оҙатылһа, быйыл был һанды 91 миллион долларға еткереү бурысы ҡуйыла. Башҡортостандан киткән продукцияның 32,9 проценты – иген, 23,9 проценты көнбағыш һәм рапс майы, 11,8 проценты – һөт аҙыҡтары, йомортҡа, бал, ә ете проценты мал аҙығы өлөшөнә тура килә. Быйыл иһә сит илдәргә һатыласаҡ экспорттың 40 – 50 проценты – иген, май продукцияһы 25 процент тирәһе булыр тип көтөлә.
Читайте нас: