Иҡтисад
19 Июня 2019, 10:23

“Форель” үҙ эшен башланы

Билдәле булыуынса, үткән йылдан Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы өлкәһендә яңы программа – табышты арттырыу проекты – тормошҡа ашырыла башланы. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, уны һатыуҙы ойоштороу, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған был программа нигеҙендә Йылайыр районында ла ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ойошторола башланы. Райондың өс проекты, республика конкурсында еңеп, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Улар – “Форель”, “Йылайыр” һәм “Башвойлок” кооперативтары.

Билдәле булыуынса, үткән йылдан Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы өлкәһендә яңы программа – табышты арттырыу проекты – тормошҡа ашырыла башланы. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, уны һатыуҙы ойоштороу, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған был программа нигеҙендә Йылайыр районында ла ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ойошторола башланы. Райондың өс проекты, республика конкурсында еңеп, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Улар – “Форель”, “Йылайыр” һәм “Башвойлок” кооперативтары.
“Форель” кооперативы рәйесе Юлдаш Сәғитов әйтеүенсә, бөтәһе 10 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ ингән ойошма балыҡ үрсетеү, уны ыҫлау юлы менән эшкәртеү, төрөү һәм һатыу, ит эшкәртеү менән шөғөл­ләнәсәк. Әле бында грант аҡсаһына балыҡ ыҫлау өсөн махсус ҡоролма, һыуытҡыс, продукцияны вакуум ярҙа­мында төрөү ҡоролмаһы, һыуытҡыслы “ГАЗель” автомашинаһы һәм һыуыт­ҡыслы витрина һатып алынған. Эште тулы ҡеүәттә башлау өсөн былар ғына етмәй, йәнә ит турағыс, үлсәүҙәр, тоҙлау шприцы, кәрәкле инструменттар һәм инвентарь һатып алыу талап ителә.
– Санкт-Петербургтан килтерелгән ыҫлау ҡоролмаһында бер юлы 80 ки­лограмға тиклем балыҡ ҡулланырға була. Өс сәғәттән һуң әҙер ыҫланған продукция, вакуум ярҙамында төрөү аппараты тарафынан матур ҡаптарға һалынғас, һатыуға әҙер була. Коопе­ративтың әле үҙенең балыҡтары юҡ, йәғни уларҙы үрсетеү буйынса яңы эш башланыҡ. Шуға күрә Ырымбур өлкә­һенең Орск ҡалаһынан әҙер форелдәрҙе алып ҡайтып, шуны ыҫлайбыҙ. Халыҡ бик теләп һатып ала, хатта өлгөрмәйбеҙ ҙә. Урындағы баҙарҙа уның хаҡын 180-250 һумдан тәҡдим итәбеҙ, – ти Юлдаш Дауыт улы.
Юлдаш Сәғитов иҫке һыуытҡысты кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазлап, бер нисә йыл рәттән ит ризыҡтарын ыҫлау өсөн махсус ҡоролма эшләп, шуның менән шөғөлләнә. Шәхси ихатала йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, ҡаҙ итен үҙе эшләгән ҡоролмала ыҫлап, һатыуға сығара. Шулай уҡ ҡаҙы, ҡаҙы­лыҡ, йылҡы итен дә ыҫлатырға теләү­селәр күбәйә, ти эшҡыуар. Киләсәктә тик балыҡ ыҫлауҙы ғына түгел, төрлө иттәрҙе ыҫлауҙы ла яйға һалырға теләге ҙур.

Шулай уҡ балыҡ үрсетеү өсөн быуа төҙөү теләге менән дә яна. Кооператив ағзалары менән берлектә ҡош-ҡорт һанын арттырыу, быҙауҙарҙы үҙҙәренә алып тәрбиәләп ҙурайтыу, итен һыуыт­ҡыслы махсус машина ярҙамында сит өлкәләргә, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына алып барып һатыу, һарыҡсылыҡ тар­мағын киңәйтеү кеүек эштәр ҡарала.
Бөгөн үк Мәскәү өлкәһенән бер нисә тиҫтә баш һарыҡ килтереү өсөн тәҡдим алынған, тимәк, тауарың булғанда, уға һәр саҡ һорау була. Ситтән килеүселәргә итте арзан хаҡҡа, шулай уҡ Татарстандан йәш быҙау һатып алыусыларға биреп ебәргәнгә ҡарағанда, мал хужаларына ла тейешле хаҡҡа тапшырғанда, табыш күпкә отошло буласаҡ.
Нисек кенә ауыр булмаһын, ауыл халҡына күктән көтөп ултырырға кә­рәкмәй, кооперативтарға берләшеп, мул һәм етеш йәшәүҙең яңы юлын өйрәнергә тура килә. Был йәһәттән йылайырҙарҙың тәжрибәһе күптәргә өлгө булырлыҡ.
Читайте нас