Бөтәһе 39 мең тонна метиз оҙатылған. Автомобиль һәм машина эшләү предприятиелары һатып алған ҡорос таҫмалар күләме ике тапҡырға артҡан. Төҙөлөштә ҡулланылған тимер-бетон ҡоролмалар, арматуралы төҙөлөш сеткалары, арматура өлтөктәре өсөн сымдар ҙа күберәк оҙатылған.