Рәсәй Хөкүмәте Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тәҡдим иткән төҙәтмәләрҙе ҡабул итте. Ведомство үҫемлек майы ҡушып әҙерләнгән ашамлыҡтарҙы тәбиғи һөт ризыҡтары менән бер кәштәгә ҡуйыуҙы тыйырға тәҡдим иткәйне. Бындай сара һатып алыусыларға һөт ризыҡтарын һайлауҙы еңеләйтеүгә йүнәлтелә.
1 июлдән магазиндарҙа тәбиғи һөт һәм һөт ризыҡтары уны алмаштырыусы аҙыҡ-түлектән айырым, бүтән кәштәләргә ҡуйылырға, яһалма ашамлыҡтың төргәгендә уның ысын һөттән әҙерләнмәүе теркәлергә тейеш.
Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, һуңғы ваҡытта етештереүҙә үҫемлек майҙары әүҙем ҡулланыла. Был аҙыҡ-түлектең һаҡлау ваҡытын оҙайтыу, үҙҡиммәтен арзанайтыу мөмкинлеген бирә. Шул уҡ ваҡытта төргәктә бөтә мәғлүмәттәр ҙә күрһәтелмәй. Ә ҡулланыусыларҙың ҡайһы берҙәре ундай ризыҡты өнәп етмәй. Әлеге сара уларға һөт һайлауҙы еңеләйтәсәк.