Мул, етеш йәшәү юлдары бар.
Ауыл хужалығы һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте райондың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Ҡыҙҙарбиргән ауылы эргәһендәге 600 йыллыҡ ҡарағастар тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ ҡәҙерләп һаҡлана. Йылайырҙар күренекле яҡташтары Фәрит Бикбулатов, Мөслим Әбсәләмов, Азат Нәҙерғолов, Фәүзиә Юлдашбаева, Миңлеғәле Нәҙерғолов, Гөлсөм Бикбулатова, Рөстәм Шәриповтар менән хаҡлы ғорурлана.
Йылайыр районы – Башҡортостанда иң матур төбәктәрҙең береһе. Ҙурлығы буйынса республикала икенсе урында. Майҙанының 75 проценты урман менән ҡапланған. Унда йәшәүселәрҙең күбеһе ағас эшкәртеү, малсылыҡ, умартасылыҡ менән көн күрә, фермер хужалыҡтар иген сәсә, күптәр ҡымыҙ етештереү, йәшелсәселек һәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә.
Бөгөн йырлы һәм данлы Йылайыр районы халҡы сәмләнеп, дәртләнеп донъя көтә, балалар тәрбиәләй, яңы йорттар һала. Халыҡҡа эш урындары булдырыу, төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ситтән инвесторҙар йәлеп итеү, райондың үҙ брендын булдырыу маҡсатында йүнәлешле эш алып барыла. Һәр кесе йомала “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙ эшен асырға теләк белдереүселәр ҙә, аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар ҙа төрлө тәҡдим менән килә.
Әле ниндәй уй-хыял, маҡсаттар менән йәшәй йылайырҙар? Ниндәй проблемалары бар, ниндәй уңыштары һөйөндөрә? Муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз ФӘТҠУЛЛИНҒА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Илгиз Лирман улы, белеүебеҙсә, 21-22 июндә Сибай ҡалаһында инвестиция һабантуйы үтә. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы эш башланы. Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү хаҡында һүҙ йөрөткәндә, ниндәй тармаҡ районда киң үҫеш алды, тип әйтә алабыҙ? Яңы йүнәлештәр бармы, был йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыла?
– Электән Йылайырҙа ағас эшкәртеү тармағы киң үҫеш алған, шуға күрә беҙҙә ағас эшкәртеү сәнәғәте яйға һалынған, тип ышаныслы әйтә алам. Шулай уҡ күмер үртәү, ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү, яғыулыҡ пеллеттары сығарыу – төбәктең өмөтлө һәм ышаныслы йүнәлештәренең береһе. Белеүегеҙсә, республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән райондарҙа аҙна һайын “Инвестиция сәғәте” үткәрелә. Кәңәшмәлә бер нисә тапҡыр инде урман хужалығы тармағын үҫтереү буйынса проекттар ҡаралды.
Мәҫәлән, “Йылайырсоюзлеспром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге эшмәкәрлектәрен киңәйтеү өсөн лизингка техника һәм ҡорамалдар алыуҙа “Леспром-М” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ОСП плитәләре етештереүсе завод төҙөү өсөн ер урыны бүлеүҙә һәм инвестиция йәлеп итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ ағасты тәрән эшкәртеү буйынса проекттар бар. Ғөмүмән, тәҡдим ителгән бизнес-пландарҙың һәр береһен ентекләп өйрәнәбеҙ, белгестәрҙең фекеренә таянабыҙ. Нисек кенә булмаһын, үҙ эшен асыусыларға республика етәкселегенән дә, беҙҙең тарафтан да ярҙам бар һәм артабан да буласаҡ.
Йылайыр районы тәбиғәтенең матурлығы менән дә күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Йәмле Һаҡмар һәм Йылайыр йылғалары үҙе генә ни тора?! Йәй беҙҙең төбәктән дә хозурыраҡ ер юҡ, шуға күрә бында агротуризмды үҫтереү, туристарҙы йәлеп итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Тик был өлкәлә бер ни тиклем шарттар тыуҙырыу кәрәк. Бер нисә йыл рәттән Рәсәйҙең төрлө ҡала һәм райондарынан килгән туристар ағымы Һаҡмар буйлап ағып төшөүҙе үҙ итә. Ниңә ошо йүнәлештә эште яйға һалмаҫҡа, бик өмөтлө бизнес килеп сығыр ине.
Сосновка ауылынан бер эшҡыуар был тәңгәлдә эш башлаған, беҙ уның менән артабан ошо юҫыҡта эште дауам итергә килештек. Турист өсөн бөгөн йоҡлап китергә урын, ҡапҡылап алырлыҡ шарттар булғанда, тәбиғәтте яратыусылар күпләп килер ине. Мәҫәлән, мин машина менән барҙым, кейем алмаштырып, бүлмәгә урынлаштым да рәхәтләнеп урман гиҙергә сыҡтым. Тәбиғәт менән аралашыу, саф һауала булыу, рәхәтләнеп һыу инеү, балыҡ тотоу, еләк-емеш, бәшмәк йыйыу һәм башҡа шөғөлдәр менән булышып, ял итеп, көс туплап, өҫ-башымды алмаштырып, машинама ултырып ҡайтып китерлек шарттар тыуҙырылған икән, ниңә ҡайҙалыр, сит илгә ял итергә барыу кәрәк?! Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә шуны әйтер инем: халыҡтың тын алышын алдан һиҙгәндә генә, эшең дә барасаҡ, аҡсаң да буласаҡ. Элекке кеүек кибет йәки бутикта әйбер һатыу бөгөн актуаль түгел, сөнки был йәһәттән халыҡтың ихтыяжын башҡа сосораҡ милләт халҡы күптән ҡәнәғәтләндереп өлгөрҙө.
Ауыл хужалығы тармағына килгәндә, беҙҙә һарыҡсылыҡ, игенселек һәм йылҡысылыҡ тармағы буйынса махсуслашыу уңайлы иҫәпләнә. Был йәһәттән үҙ эшен асыусылар бихисап һәм бик матур эшләйҙәр.
Райондың Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булыуының ыңғай яҡтары бар. Төбәк-ара бәйләнеш иҡтисади яҡтан да отошло: ырымбурҙар үҙ тауарын тәҡдим итһә, йылайырҙар уларға үҙҙәренекен алып бара.
Шуныһы ҡыуаныслы: эшҡыуарлыҡҡа бөгөн йәштәр ышаныслы аҙымдар менән килә. Ҙур сумкаларын алып, ситкә китергә ынтылыусыларҙың күбеһе үҙебеҙҙә ҡала, үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Әле “Мостай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өмөтлө генә күренә. Бында таш эшкәртеү буйынса эш башланасаҡ, рөхсәт ҡағыҙы бар, ҡуйылған талаптарҙың барыһы ла үтәлгән. Киләсәктә “Мостай” үҙен күрһәтер тигән ышаныстамын.
Сибайҙағы инвестиция форумына килгәндә, ул инвестиция һабантуйы исеме менән үтәсәк, кәрәкле һәм файҙалы сара тип иҫәпләйем. Ошоға тиклем Сибайҙа беҙ ике йылға бер тапҡыр үткән иҡтисади форумдарҙа әүҙем ҡатнаштыҡ, быйыл да төбәктең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, Йылайыр районын ситтән килгән инвесторҙарға ҡыҙыҡлы һәм үҙебеҙгә йәлеп итерлек кимәлдә күрһәтербеҙ тигән ышаныстабыҙ. Сараға әҙерлек әүҙем бара.
– Йылайыр районы республика буйынса “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһын иң әүҙем тормошҡа ашырған райондар иҫәбендә. Йыл һайын ауыл халҡы тәҡдим иткән проекттар еңеп сығып, тормошҡа ашырыла. Быйыл был йәһәттән эштәр нисек?
– Ысынлап та, проект 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Ҡатнашмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Тәүге йылда йылайырҙар 13 проект тәҡдим итеп, шуның 11-е уңышлы тип табыла һәм халыҡ көсө ярҙамында тормошҡа ашырыла.
2015 йылда йәнә 13 ауыл биләмәһе ҡатнаша һәм барыһы ла конкурста еңеп сыға. Дөйөм проекттың хаҡы 15 миллион 400 мең һум тәшкил итә. 2016 йылда 12 ауыл биләмәһе ҡатнаша, проекттарҙың дөйөм хаҡы 10,9 миллион һум була. Артабан “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына тәҡдим ителгән 13 проекттың 8-е конкурста еңеп сыға. Финанслауҙың дөйөм хаҡы – 8,037 миллион һум.
Быйыл Кананикольск, Бәрҙәш, Юлдыбай, Ҡашҡар, Үркәс, Юлдыбай, Яманһаҙ һәм башҡа ауыл биләмәләре конкурста еңеп, юлдарҙы төҙөкләндереү, һыу үткәреү, янғын һүндереү машинаһы алыу, зыяраттарҙы кәртәләү кеүек проекттарҙа еңеп сыҡты.
– Быйыл республикабыҙ үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Күп район һәм ҡалаларҙа “100 йыллыҡҡа – 100 объект” программаһы тормошҡа ашырылды. Йылайыр районында был йәһәттән ниндәй эштәр башҡарылды?
– Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейын йылайырҙар юғары кимәлдә ҡаршыланы, сөнки беҙҙең райондың да был тарихи датаға бәйле үҙенең бай үткәне бар. Тап беҙҙең район биләмәһендә башҡорт халҡының киләсәген хәл иткән тарихи ваҡиға була. 1748 йылдың авгусында христиандарҙың Преображение байрамы алдынан Урман Йылайыры йылғаһы ярында баҡыр иретеү заводы төҙөлә башлай. Артабан ауыл да, сиркәү ҙә Преображенск исемен ала. Ул Көньяҡ Уралдың социаль-иҡтисади үҙгәрештәр үҙәгенә әйләнә. 1919 йылдың 8 февралендә Кананикольск ауылы янында башҡорт халҡының артабанғы яҙмышын һәм республиканың автономияһын хәл иткән ваҡиға була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йылайыр ере башҡорт халҡының күренекле шағиры һәм арҙаҡлы шәхесе Шәйехзада Бабичтың фажиғәһе менән бәйле. Йәш шағирҙың һуңғы һулышы беҙҙең ерҙә өҙөлә, һуңғы тамсы ҡаны ҡойола. Уның вафаты автономия яулауҙың бер быуатлыҡ датаһы менән тап килеүе лә осраҡлы түгел. Үҙе вафат булһа ла, шағирҙың даны үлемһеҙ. Бабич һәйкәле янында митингтар үткәрелә, уның исемен йөрөткән башҡорт гимназияһында районыбыҙҙың киләсәген билдәләйәсәк ҡыҙ һәм егеттәр белем ала.
Башҡортостан Республикаһы автономияһының 100 йыллығы сиктәрендә, Йылайырҙа заманса, бар уңайлыҡтары булған янғын һүндереү депоһы, Бәрҙәш ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде.
Тағы ла шуны әйтер инем: февраль айында Йылайыр мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә I Бөтә Рәсәй “Ерле халыҡтар мәҙәниәте” фестивале бик юғары кимәлдә үтте.
– Каникул осоро башланды. Балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм хәүефһеҙ итеп үткәреү – иң мөһим проблемаларҙың береһе. Районда уларҙың ялын ойоштороу буйынса ниндәй саралар күрелә?
– Үҙебеҙҙең райондың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Дуҫлыҡ” һауыҡтырыу һәм ял лагерында балаларҙы ике сменала ҡабул итеү ойошторола. Лагерҙы “Дозор” шәхси һаҡ предприятиеһы һаҡлаясаҡ, унда тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү ойошторола. Шулай уҡ райондың һигеҙ мәктәбендә уҡыусылар өсөн көндөҙгө лагерҙар эш башлай. Һәр хәлдә, уҡыусыларҙың ялы файҙалы, хәүефһеҙ үтһен өсөн бөгөндән үк уңайлы шарттар тыуҙырылған, әммә балаларҙың үҙҙәренә лә хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә кәрәк.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!