Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июнь 2019, 13:08

Көҙгөләре матур, кем эшләгән?

Республика йортонда үткән Инвестиция сәғәтендә “Салауатбыяла” акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге лә ҡаралды. Ойошманың генераль директоры Сергей Агуреев бында заманса көҙгөләр етештереү проекты тураһында һөйләне. Элек улар заводта 2007 йылғы иҫкергән технология буйынса эшләнгән була, артабан был йүнәлеш бөтөнләй ябыла.

Яңы технологиялар ҡулланып эшләнәсәк көҙгө иһә иҡтисади яҡтан файҙалы һәм һәйбәт һатыласаҡ, тип күҙаллана.

Проектҡа дөйөм инвестициялар күләме – 523,7 миллион һум тәшкил итәсәк. Әлеге мәлдә ҡорамалдар һатып алына. Комплексты сафҡа индереү быйыл ноябргә планлаштырылған. Төбәктең сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин билдәләүенсә, һөҙөмтәлә был заводта алдынғы производство барлыҡҡа киләсәк.

Ярҙам булараҡ мөлкәткә һәм килемгә һалымға льготалар биреләсәк.

Читайте нас: