Мәғлүм булыуынса, “Сочи-2019” Рәсәй инвестиция форумында Премьер-министр Дмитрий Медведевты юнысҡы ҡатламдарынан яһалған плитә етештереү заводы проекты менән таныштырғайнылар.
Сибайҙа төҙөләсәк завод күптән түгел экологик экспертиза үтте, уның буйынса йәмәғәт тыңлауҙары ла ойошторолдо. Әле өс йүнәлештә эш алып барыла. Баймаҡ районындағы элекке “Сибайлеспром” майҙансығында заманса комплекс монтажлана, ағас әҙерләнә, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы нигеҙендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге буйынса йәштәрҙе уҡытыу үҙәге ойошторола.
Заводтың проект ҡеүәте йылына 578 мең кубометр продукция тәшкил итә. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 21 миллиард һум. Инвесторҙар кәмендә бер мең эш урыны булдырырға ниәтләй.