Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2019, 19:16

Һай, самауырҙары!..

Сибайҙа үткән инвестиция форумына ярашлы, ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы янында самауыр күргәҙмәһе ойошторолдо.

Автор фотолары.
Сибайҙа үткән инвестиция форумына ярашлы, ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы янында самауыр күргәҙмәһе ойошторолдо.


Учреждение директоры Альбина Ярмуллина әйтеүенсә, бында Сибай һәм Учалы музейҙарынан коллекциялар, Игорь Филиппов, Венера Йәнбәкова, Сафа Ишмөхәмәтов һәм башҡаларҙың шәхси самауырҙары урын алған.


Араларынан иң боронғоһо – 1850 йылғы. Ул – Учалы районынан Игорь Филипповтыҡы. Дөйөм алғанда, күргәҙмәгә 70-тән ашыу экспонат ҡуйылған.